From Wikipedia, the free encyclopedia
Фенол (гидроксибензол, иҫкесә карбол кислотаһы, химик формулаһы — C6H6O йәки C6H5OH) — фенолдар класын етәкләүсе органик берләшмә.
Ғәҙәти шарттарҙа фенол — төҫһөҙ энәгә оҡшаш кристаллдар, һауала алһыу, үҙенә генә хас еҫле. Ағыулы, көслө ирритант.
Фенол тоҙҙары һәм эфирҙары фенолаттар тип атала.
Фенол 1834 йылда Фридилий Фердинанд Рунге тарафынан табыла, ул уны таш күмер ыҫмалаһынан (таҙа булмаған хәлдә) сығара[1]. Рунге фенолға «Karbolsäure» (күмер-май кислотаһы, карбол кислотаһы) тип исем ҡуша. Таш күмер ыҫмалаһы нефтехимия сәнәғәте үҫешкәнгә тиклем фенол алыуҙың төп сығанағы булып ҡала. 1841 йылда француз химигы Огюст Лоран фенолды таҙа килеш ала[2].
1836 йылда Огюст Лоран бензол өсөн «фон»[3]тигән исем уйлап таба, был «фенол» һәм «фенил» һүҙҙәренең тамыры. 1843 йылда француз химигы Шарль Герхардт «фенол» тип исем бирә.[4].
Антисептик фенол үҙенсәлектәрен сэр ҡуллана Джозеф Листер (1827—1912) антисептик хирургияла ҡуллана.. Йәрәхәттәр үҙҙәре ентекле таҙарырға тейеш, тип иҫәпләй Листер. Шунан ул яраларын, үҙе әйткәнсә, фенол йә «карбол кислотаһы» менән ҡапланған сепрәк киҫәге менән ҡаплай[5]. Фенолдың даими йоғонтоһонда тиренең ҡуҙғыуы, һөҙөмтәлә, асептик ысулдар хирургияға индерелә.
Энәгә оҡшаш төҫһөҙ кристаллдар, окисланыу арҡаһында һауала алһыу төҫкә инә һәм төҫлө матдәләр барлыҡҡа килеүенә килтерә (был хинондарҙың аралаш барлыҡҡа килеүенә бәйле). Үҙсәнлекле еҫе бар (мәҫәлән, гуашь еҫе, сөнки гуашь составына фенол инә). Һыуҙа уртаса иреүсән (100 г һыуға 6 г), һелтеле эретмәләрҙә, спиртлы эсемлектәрҙә, бензолда, ацетонда. Һыуҙа 5 % иретмә — элек медицинала киң ҡулланылған антисептик.
Ароматик ҡулса һәм гидроксил төркөм булыу арҡаһында фенол спирттарға ла, ароматик углеводородтарға ла хас химик үҙенсәлектәр күрһәтә.
Гидроксил төркөм буйынса:
Фенол-шул тиклем көсһөҙ кислота, хатта күмер кислотаһы уны феноляттарҙан ҡыҫырыҡлап сығара:
Феноляттар көслө кислоталар тәьҫирендә, мәҫәлән, көкөрт кислотаһы тәьҫирендә нығыраҡ тарҡала:
Металл натрий менән реакцияға инә:
Фенол туранан тура карбон кислотаһы менән этерификацияланмай.. Эфирҙарҙы фенолдарҙың ангидридтар йәки кислоталарҙың галогенангидридтары менән тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә алырға мөмкин:
Ябай эфирҙар барлыҡҡа килеү. Фенолдың ябай эфирҙарын алыу өсөн галогеналкандар йәки фенолдарға ареналарҙың галоген сығарылмалары тәьҫир итә. Тәүге осраҡта ҡатнаш майлы-хуш еҫле ябай эфирҙар алына: Тәүге осраҡта ҡатнаш май-ароматик ябай эфирҙар алына:
Икенсе осраҡта таҙа-аромат ябай эфирҙар алына:
Реакция катализатор булып хеҙмәт иткән онтаҡ рәүешендәге баҡыр ҡатнашлығында үткәрелә.
Фенолды цинк саңы менән ҡыуғанда гидроксил төркөм водород менән алмаштырыла:[7]:
Фенол аромат ҡулса буйынса электрофил алмашыныу реакцияһына инә. Иң көслө донор төркөмдәренең береһе булған (функциональ төркөмдә электрон тығыҙлыҡ кәмеү һөҙөмтәһендә) гидроксотөркөм был реакцияларға ҡулсаның реакцияға һәләтлелеген арттыра һәм алмаштырыу орто- һәм пара-торошҡа йүнәлтә[8]. Фенол еңелсә алкиллаштырыла, ацилирлана, галогенлана, нитратлана һәм сульфациялана.
Кольбе — Шмит реакцияһы салицил кислотаһын һәм уның сығарылмаларын (ацетилсалицил кислотаһы һәм башҡалар) синтезлау өсөн хеҙмәт итә.
Бром һыуҙары менән тәьҫир итешеү (фенолға сифатлы реакция):
2,4,6-трибромфенол — аҡ төҫтәге ҡаты матдә барлыҡҡа килә.
Концентрирланған азот кислотаһы менән үҙ-ара тәьҫир итешеү:
Тимер хлориды (III) менән үҙ-ара тәьҫир итешеү (фенолға сифатлы реакция)):
Фенолды металл катализаторҙар ярҙамында гидрирлау циклогексанол һәм циклогексанон барлыҡҡа килтерә:
Фенол окисландырылыуы: фенол молекулаһында гидроксил төркөм булыу сәбәпле, бензол окисланыуына ҡарағанда күпкә түбәнерәк тотороҡлолоҡ күҙәтелә. Окисландырыусының тәбиғәтенә һәм реакцияны үткәреү шарттарына бәйле төрлө продукттар алына. Мәҫәлән, тимер катализаторы ярҙамында водород пероксиды тәьҫирендә ике атомлы фенол — пирокатехин барлыҡҡа килә:
Көслөрәк окисландырыусыларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүе (хром ҡатышмаһы, әсе мөхиттә марганец диоксиды) ваҡытында пара-хинон барлыҡҡа килә.
Әлеге ваҡытта сәнәғәт масштабында фенол өс ысул менән сығарыла:
Фенолды шулай уҡ хинонды (органик берләшмә C6H4O2,) ҡайтарыу юлы менән алырға мөмкин
Тирозиндың протеиноген аминокислотаһы фенолдың структур сығарылмаһы булып тора һәм пара-алмашҡан фенол йәки — алмаштырылған пара-крезол булараҡ ҡаралырға мөмкин. Тәбиғәттә башҡа фенол берләшмәләре, шул иҫәптән полифенолдар ҙа таралған. Ирекле хәлдә фенол ҡайһы бер микроорганизмдарҙа осрай һәм тирозин менән тигеҙдә ята. Тигеҙләнеште тирозин-фенол-лиаза ферменты (КФ 4.1.99.2) тота.
Фенолдың биологик әһәмиәте, ғәҙәттә, уның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо сиктәрендә ҡарала. Фенол — сәнәғәт бысратыусыларының береһе. Саф хәлдә фенол хайуандар һәм кеше өсөн ярайһы уҡ ағыулы. Фенол күп микроорганизмдар өсөн зарарлы, шуға күрә составында фенол күп булған сәнәғәт ағынты һыуҙары биологик таҙартыуға насар бирешә.
Донъя кимәлендә 2006 йылда фенол етештереү йылына 8,3 млн т тәшкил итә. Етештереү күләме буйынса фенол химия сәнәғәте сығарған матдәләр араһында 33-сө һәм органик матдәләр араһында 17-се урынды биләй. 2006 йылғы мәғлүмәттәр буйынса фенолды донъяла ҡулланыу түбәндәге структураға эйә:
Фенол һәм уның сығарылмалары ыҫлау төтөнөн консервациялау үҙенсәлектәрен билдәләй. Косметологияла — химик пилинг (токсик) булараҡ.
Фенол-ағыулы матдә. Кеше организмына тәьҫир итеү дәрәжәһенә ҡарап фенол юғары хәүефле матдәләргә ҡарай (хәүеф класы 2). Тын алған осраҡта нервы системаһы функциялары боҙолоуға килтерә. Туҙан, парҙар һәм фенол иретмәһе күҙҙең, тын алыу юлдарының лайлалы тиресәһен, тирене ҡуҙғыта, химик бешеүгә килтерә. Кеше өсөн фенол канцерогенлығы дәлилдәре юҡ.
Фанолдың рәсми сикләнеүле концентрацияһы (ПДК)[10] [11][12]:
Тирегә эләккәс, фенол хатта йәрәхәтләнмәгән урын аша тиҙ һурылып инә һәм бер нисә минуттан, баш мейеһе туҡымаларына йоғонто яһай башлай. Тәүҙә ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуҙғытыу, һуңынан тын алыу үҙәге фалижы күҙәтелә. Хатта фенолдың минималь дозалары тәьҫир иткәндә лә сөскөрөү, йүткереү, баш ауыртыу, баш әйләнеү, тоноҡлоҡ, күңел болғаныу, хәлһеҙләнеү күҙәтелә. Ауыр ағыуланыу осраҡтары аңһыҙлыҡ, күгәреү, тын алыуҙың ауырлашыуы, саҡ һиҙелерлек пульс, һалҡын тир, йыш ҡына тартышыу менән характерлана. Кеше өсөн үлем дозаһы эскә эләккәндә — 1-10 г, балалар өсөн — 0,05-0,5 г[13].
Фенолдың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо 1990 йылдың яҙында Өфөлә теркәлгән осраҡ быға асыҡ миҫал булып тора. Техноген авария һөҙөмтәһендә «Өфөхимпром» производство берекмәһе предприятиеһында бик күп фенол Өфө ҡалаһының хужалыҡ-эсәр һыу менән тәьмин итеү сығанағы булған Өфө йылғаһына ҡойған Шөғөргә ағып төшә. Көньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы тирәһендә һыуҙың бысраныуы рөхсәт ителгән норманан 100 тапҡыр артыҡ була.. Эсәр һыуҙың фенол менән бысраныу хәүефе һыуҙарҙы таҙартҡанда хлорҙы файҙаланғанда асыҡ күренә, ул фенол менән үҙ-ара тәьҫир итешеп хлор сығарылмалары (хлорфенол ҡатышмаһы) — ағыулыраҡ матдәләр барлыҡҡа килтерә (ҡайһы берҙә фенолдың үҙенең ағыулылығынан 100—250 тапҡырға артыҡ). Өфө халҡына эсер өсөн һыу үткәргестән һыуҙы ҡулланыу хәүефе тураһында хәбәр ителә. Өфөнөң Көньяҡ һыу алыу ҡоролмаһынан фенол менән бысранған эсәр һыуҙы ҡулланыусы халыҡтың дөйөм һаны 672 876 кеше тәшкил иткән[14].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.