Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы (ССАГПЗ) (ингл. Cooperation Council for the Arab States of the Gulf; ғәр. مجلس التعاون لدول الخليج العربية) —төбәк ябыҡ халыҡ-ара ойошма. Ойошманың рәсми исемендә Фарсы һүҙе юҡ, сөнки ғәрәп дәүләттәре был ҡултыҡты Ғәрәп ҡултығы тип атауҙы өҫтөн күрәләр.
| |||||
Ағза-илдәр | |||||
Рәсми тел | Ғәрәп | ||||
Майҙаны | 2 285 844 км² | ||||
Халҡы — Бөтәһе (2012) — Тығыҙлыҡ |
42 100 000 кеше 17.37 кеше/км² | ||||
Төҙөлөү датаһы Килешеүҙе ратификациялау |
25 май 1981 йыл 1982 йыл | ||||
Ойошма 1981 йылдың 25 майында төҙөлә[1][2], уның сәйәсәте 1982 йылда раҫланған Хартияла билдәләнгән. Ойошманың төп маҡсаты — бөтә иҡтисади, социаль һәм мәҙәни эштәрҙә үҙ-ара килешеп эшләү, хеҙмәттәшлек һәм интеграция. Иҡтисади һәм финанс мәсьәләләрҙә; сауҙала, таможняла һәм элемтәлә, мәғариф һәм мәҙәниәттә; социаль проблемаларҙа һәм һаулыҡ һаҡлау проблемаларында; киң мәғлүмәт сараларында һәм туризмда; ҡануниәт һәм идаралыҡ мәсьәләләрендәә сағыштырмаса көйләү бойомға ашырыла. Килешеү шулай уҡ сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм һыу ресурстарын һаҡлауҙа фәнни һәм технологик прогресты тәьмин итергә тейеш. Берләшкән иҡтисади килешеү шарттары буйынса, алты дәүләт араһында тариф тотҡарлыҡтары бөтөрөлә, ҡултыҡ халҡы теләһә ниндәй дәүләттә производство асыуҙа һәм килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ирекле һәм тиң хоҡуҡлы. Бынан тыш тиҙ ойошторола торған берләшкән оборона көстәрен булдырыу планлаштырыла.
Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы органдары — йыл һайын осрашыусы дәүләт башлыҡтарының Юғары советы, өс айға бер ултырыш үткәрә торған Министрҙар советы. Генераль секретариат Эр-Риядта, Сәғүд Ғәрәбстанында урынлашҡан.
2012 йылдың 6 мартында Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советының алты ағзаһы белдереүенсә, ҡултыҡ илдәренең хеҙмәттәшлек советы төбәк блогынан конфедерацияға әүерелеү йүнәлешендә үҫәсәк.