У И
From Wikipedia, the free encyclopedia
У И (ҡыт. упр. 吴仪, пиньинь: Wú Yí; 1938 йылда, Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһында тыуған) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының сәйәси эшмәкәре. Бығаса Пекин мэры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры, ҠХР-ҙың вице-премьеры һәм башҡа вазифаларҙы биләүсе. Ҡытай Коммунистар фирҡәһе Үҙәк комитетының Сәйәси бюроһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ағза.
Ҡыҫҡа факттар Гражданлығы:, Партия: ...
У И | |
![]() | |
Гражданлығы: | |
---|---|
Партия: | |
Эшмәкәрлек төрө: | |
![]() |
Ябырға
2004 һәм 2005 йылдарҙа «Forbes» журналы уны донъялағы иң абруйлы икенсе ҡатын-ҡыҙ тип билдәләне (тәүгеһе — АҠШ-тың Дәүләт сәркәтибе Кондолиза Райс)[1]. 2006 йылда шул уҡ исемлектә У И өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды.
Көньяҡ-Көнсығыш Азияла атипик пневмония эпидемияһы ваҡытында У И, һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнеп, киң билдәлелек ала. Уның эшмәкәрлеге Көнбайышта ла юғары баһалана.