![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f3/Usain_Bolt_Rio_100m_final_2016k.jpg/640px-Usain_Bolt_Rio_100m_final_2016k.jpg&w=640&q=50)
Усэйн Болт
Ямайка еңел атлеты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Усэйн Сент-Лео Болт - инглиз Usain Bolt 1986 йылдың 21 авгусында Ямайкала Трелони округындағы Шервуд-Контентта тыуған) — Ямайка еңел атлеты, ҡыҫҡа дистанцияға йүгереүҙә махсуслашҡан, һигеҙ тапҡыр олимпия чемпионы һәм 11 тапҡыр донъя чемпионы (был ярыш тарихындағы рекорд). Сығыш яһаған ваҡытында 8 донъя рекорды ҡуйған. 100 метрға йүгереүҙә донъя рекордын яулаусы — 9,58 с; һәм 200 метрға — 19,19 с, шулай уҡ 4×100 метр эстафетаһында Ямайка йыйылма командаһы составында — 36,84 с. 100 һәм 200 метр дистанцияларҙа ярыштар тарихында иң тиҙ спринтер.
Өс Олимпиадала (2008 йылда Пекиндә, 2012 йылда Лондонда һәм 2016 йылда Рио-де-Жанейрола) бер рәттән 100 һәм 200 метрлыҡ спринтер дистанцияларында еңеү яулаған берҙән-бер спортсы. Ямайка спорт тарихында иң күп алтын олимпия наградаларға эйә булған. Әлеге ваҡытта еңел атлеттар араһында Олимпия уйындарында алтын миҙалдар һаны буйынса 3-сө урынды бүлешә[33]. Донъя чемпионаттарында 11 алтын миҙал яулаған тарихтағы беренсе еңел атлет. Ямайканың Дәрәжә ордены командоры (2008)[34] һәм Ямайка ордены кавалеры (2009).
Исеме һәм шәп йүгергәне өсөн «йәшен тиҙлекле» тигән ҡушамат ала (ингл. Lightning BoltLightning Bolt)[35].