![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/59/Ded_Moroz.jpg/640px-Ded_Moroz.jpg&w=640&q=50)
Урыҫ Ҡыш Бабайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дед Мороз - Ҡыш Бабай — Яңы йыл урыҫ байрамының төп әкиәт персонажы, раштыуа бүләк таратыусыһының урыҫ варианты[1].
Дед Мороз (Урыҫ Ҡыш Бабайы) | |
рус. Дѣдъ Морозъ рус. Дед Мороз | |
![]() | |
Мифология |
көнсығыш славян ҡала фольклоры |
---|---|
Исеменең аңлатмаһы |
һыуыҡты кәүҙәләндереүсе ҡышҡы персонаж |
Башҡа телдәрҙә исеме |
Ҡалып:Ubl |
Заты |
ит-ат |
Бәйле персонаждар |
ейәнсәре Снегурочка, дауамсыһы малай Яңы йылы |
Бәйле төшөнсәләр |
яңы йыл шыршыһы, бүләктәр |
Бәйле ваҡиғалар |
Урыҫ Яңы йылы |
Атрибут |
таяҡ, тун, тегелгән бейәләй, быйма, һаҡал, тоҡ |
Башҡа мәҙәниәттә |
ҡара: Санта-Клаус һәм уға оҡшаған персонаждар |
![]() | |
Мифологик Мороз Һыуыҡ — прообразы булып изге Николай Чудотворец образына нигеҙләнгән [2] славян әкиәт ауыҙ-тел ижады һәм календарь йолалары[3][4], һәм Көнбайыш Европа раштыуа персонаждары (Санта-Клаус һ.б.) тора [3]. Был персонаж 1840 йылдан Мороз Иванович булараҡ билдәле була[1]. Ләкин 1930-сы йылдарҙа Раштыуа байрамыныҡы түгел, ә Яңы йылдың канонлаштырылған мотлаҡ булырға тейешле Дед Мороз (Урыҫ Ҡыш Бабайы) образы Совет Социалистик Республикалар Союзында барлыҡҡа килгән. Октябрь революцияһы еңгәндән һуң Яңы йыл шыршыһы бер нисә йыл рәттән тыйылып та торған булған, шунан тағы рөхсәт ителгән[5].
Дед Мороз төҫлө (зәңгәр, күк, ҡыҙыл һәм аҡ) тун, быйма кейгән, оҙон аҡ һаҡаллы һәм ҡулына таяҡ тотҡан ҡарт һынында. Бер санаға өс ат егеп бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй. Йышыраҡ ейәнсәре Снегурочка, етеп киләсәк йыл кәүҙәләнеше булған малай Яңы йыл оҙатыуында килә. Шулай уҡ уның артынан төрлө урман йәнлектәре лә эйәреп йөрөй.