From Wikipedia, the free encyclopedia
Уо́лтер Эла́йас Ди́сней (ингл. Walter Elias «Walt» Disney, ХАФӘ: [ˈwɔlt ˈdɪzni][1], 5 декабрь 1901 — 15 декабрь 1966) — рәссам-мультипликатор, кинорежиссёр, актёр, сценарист, продюсер; «The Walt Disney Company» компанияһына һәм хәҙерге заманда медиаимперияға әйләнгән «Walt Disney Productions» компанияларына нигеҙ һалыусы.
Уолт Дисней | |
Walt Disney | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
15 декабрь 1966 (65 йәш) |
Вафат урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
художник-мультипликатор (аниматор), кинорежиссёр, сценарист, продюсер, актёр |
Карьераһы | |
Йүнәлеше |
ғаилә өсөн кино |
Наградалары | |
IMDb | |
Уолт Дисней Викимилектә | |
Киноматография тарихында беренсе тауышлы, музыкаль тулы метражлы йәнһүрәттәр төшөрөүсе. Үҙенең ғәҙәттән тыш көсөргәнешле ғүмерендә Уолт Дисней режиссёр булараҡ 111 фильм төшөрә һәм 576 киноның продюсеры була. Кино сәнғәте өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәре өсөн 25 «Оскар» статуэткаһы, «Оскар» статусында булған Ирвинг Тальберг исемендәге премия һәм башҡа бик күп премиялар һәм наградалар менән бүләкләнә.
Уолт Дисней 1901 йылдың 5 декарендә Чикагола тыуа. Уның ата-бабалары араһында инглиздәр, ирландтар, немецтар булған. 1906 йылда уның ғаиләһе — Миссури штатына фермаға, 1910 йылда Канзас-сити штатына күсенә. 14 йәшендә гәзит таратыусы булып эшләй. Беренсе Бөтә Донъя һуғышы йылдарында Францияла Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең санитар машинаһында хеҙмәт итә.
1919 йылда Дисней кинореклама студияһына рәссам булып эшкә урынлаша, шунда үҙенең беренсе реклама фильмдарын эшләй, шул ваҡытта уның рәсем анимацияһында экспериментын дауам итеү теләге тыуа. Ваҡыт үтеү менән Дисней Канзас-Ситила үҙенең «Laugh-O-Gram» анимация студияһын аса, Аб Айверкс уның компаньоны һәм баш аниматоры була. Тик фирма бөлгөнлөккә төшә.
1925 йылдың июлендә студияһында эшләүсе Лилиан Боунстҡа өйләнә (1899—1997). 1933 йылда уларҙың ҡыҙы Дайана Мэри тыуа. Икенсегә бала табыуға мөмкинлектәре булмағанға, 1937 йылда ҡыҙлыҡҡа бала алалар, уға Шэрон Мэй Дисней (1936—1993) тигән исем бирәләр.
Дайана Мэри Дисней (1933—2013[2]) — ете бала әсәһе, популяр Уолт Дисней биографияһының авторы, Уолт Дисней менән бәйле бер нисә проект авторы, Сан-Францискола Уолт Дисней музейын нигеҙләүсе (музей 2009 йылдың октябрендә асыла). Өлгөлө атайҙың буш ваҡытын ғаиләһе менән үткәреүе, йыш ҡына балалар менән урамға сығып йөрөүе тураһында һөләй Дайана. Уның балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы уйын урынын булдырыу тураһында хыялланғанын иҫкә ала. Диснейленд нәҡ шундай урын була ла инде.
Дисней ныҡлы антикоммунист[3] була һәм оҙаҡ йылдар ФБР[4] менән хеҙмәттәшлек итә, үҙ ихтияжы менән Голливудта бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә ошаҡ яҙа[5]. Һуғыштан һуң Америкаға ҡаршы эҙәрлекләү комиссияһына кино донъяһындағы йәшәрен коммунистарҙы табырға ярҙам итә.
1922—1937 йылдарҙа ижади хеҙмәткәр булып эшләй, һуғыштан һуң кино төшөрөү менән мәшғүл була. 1923 йылда Дисней Лос-Анжелесҡа килеп үҙенең туғаны Рой менән Голливудта ҙур булмаған The Walt Disney Company анимация студияһын аса.
1924 йылдың 1 мартында Дисней, Льюис Керроллдың «Алиса мөғжизәләр илендә» китабы буйынса төшөрөлгән «Алисаның диңгеҙҙәге көнө» исемле беренсе фильмын тәкдим итә. 1926—1927 йылдарҙа рәсем эшләп төшөргән фильмдар серияһын ошо китап героиняһы хөрмәтенә «Алиса мультипликация илендә» тип атай (Алиса мажаралары тураһында Дисней барлығы 56 фильм төшөрә). Шул ваҡытта Дисней йәнһүрәттәре стиле формалаша.
1927 йылда «Кролик Освальд» ҙур танылыу яулай, уның төп геройы Дисней фильмдарының танылған персонаждары галереяһын аса. Аб Айверкс төшөргән сысҡан балаһы Микки Маусты башта Мортимер тип атайҙар, һуңғараҡ хәҙерге заманда бөтә донъяға танылған исемен ала. Сысҡан балаһы Микки Маус беренсе тапҡыр «Ахмаҡ аэроплан» фильмында барлыҡҡа килә (1928), ошо уҡ йылда Диснейҙың беренсе рәсемдәр менән төшөрөлгән синхрон тауышлы «Пароход Вилли» фильмының төп геройы була. Беренсе ленталарҙа Дисней сысҡан балаһына үҙенең тауышын яҙҙыра, тиҙҙән был фильм режиссёрға уңышҡа юл аса.
1929 йылда Дисней «Бер ҡатлы симфония» йәнһүрәттәре циклында эшләй, 1938 йылда 70-тән артыҡ серияһын төшөрә, шул иҫәптән: «Һөлдәләр бейеүе» (1929), «Ерәнес өйрәк балаһы» (1932), «Өс сусҡа бәрәсе» (1933). Был фильмдарҙа Плуто (1930) исемле эт, Гуфи (1932) исемле ҡарауыл эте һәм өйрәк себеше Дональд Дак (1934) ҡатнаша.
Диснейға 14 йәш тулып гәзит һатыусы булып эшләгәнендә Канзас-Сити урамында Белоснежка тураһында ҡыҫҡа ғына телһеҙ йәнһүрәт ҡарарға насип була, һәм шул таҫманы ғүиере буйына иҫендә тота. 1934 йылдың көҙөндә Дисней ағалы-ҡустылы Гримм әкиәттәре буйынса сценарий ҡараламаһының тәүге яҙмаларын ҡағыҙға төшөрә. Был сценарийҙың һуңғы версияһы өҫтөндә Дисней менән бергә, Отто Ингландер, Эрл Хард һәм Тэд Сирсты ла индереп, бер нисә кеше эшләй. 1937 йылдың 21 декабрендә Америка экрандарында тәүге тапҡыр Диснейҙың ағалы-ҡустылы Гримм әкиәттәре буйынса тулы метражлы «Белоснежка һәм ете гном» анимация фильмы күрһәтелә. «Белоснежка» Диснейға ҙур уңыш килтерә: популярлыҡ, 8 миллион доллар килем һәм матбуғатта юғары баһа.
Тиҙҙән яңы тулы метражлы фильмдар барлыҡҡа килә. ΧΙΧ быуаттағы итальян яҙыусыһы Карло Коллодя әкиәттәре буйынса «Пиноккио» (1940) фильмын тамашасылар оло ҡыуаныс менән ҡарау бәхетенә өлгәшә, уны тәнҡитселәр ҙә ыңғай ҡабул итә. Уңышҡа өлгәшеү өсөн фильм өҫтөндә эшләүселәргә ысын мәғәнәһендә титаник эш башҡарырға тура килә: Пиноккионың киттан ҡасырға тырышыу күренешен яҡшыраҡ итеп төшөрөү өсөн рәссамдар ысын киттарҙың ҡылыҡтарын һәм хәрәкәттәрен бик оҙаҡ өйрәнә. Был фильмға яҙылған музыка «Оскар» менән бүләкләнә (авторҙары Ли Харлайн, Поль Смит һәм Нед Вашингтон). Шулай уҡ «wish When you upon a star» йыры ла билдәләнеп үтә (Нэд Вашингтон һүҙҙәре, Ли Харлайн музыкаһы).
Уолт Диснейҙың анимация студияһына нигеҙ һалыусы бик күптән үҙенең әкиәт батшалығын булдырыу тураһында хыяллана. 1953 йылда Уолт Дисней 17 ғаиләне Лос-Анджелестан көньяҡҡа табан 50 километрҙа ятҡан ерҙәрен һатырға күндерә, һәм быға тиклем бер ерҙә лә булмаған парк төҙөлә башлай. Ә 1955 йылдың 17 июлендә «Диснейленд» тантаналы рәүештә асыла.
Джо Грант һәм Дик Хьюмар сценарийы буйынса, Эдвард Пламбтың музыкаль етәкселегендә режиссёр Уолт Дисней төшөргән «Фантазия» (1940) йәнһүрәте ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙыра. Фильмдың идеяһы «бер ҡатлы симфониялар» өҫтөндә эшләгән ваҡытта уҡ барлыҡҡа килә. «Фантазия» — тауыш, яҡтылыҡ һәм һүрәт менән ҡыйыу тәжрибәләр ул. Мәҫәлән, Иоганн Себастьян Бахтың токката һәм фугаһы абстракт формалар, Чайковскийҙың «Щелкунчик» балеты музыкаһы бәшмәктәр бейеүе кәүҙәләнешендә бирелә; Игорь Стравинскийҙың «Яҙ байрамы» фонында донъяның барлыҡҡа килеүе тураһындағы сағыу сюжет күрһәтелә. Бетховендың «Пастораль симфонияһы» яңғырағанда экранда кентавр пәйҙә була. Тик 1960 йылдарҙа ғына «Фантазия» танылыу яулай.[<span style="" title="не указан источник на утверждение (20 февраля 2017)">723 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>]
Диснейҙың тулы метражлы фильмдарын йыш ҡына ғаилә фильмдары тип атайҙар. Бында һүҙ «Дамбо» (1941) фильмы тураһында бара: Хелен Эберсон һәм Гарольд китабы нигеҙендә цирктағы осорға өйрәнгән фил балаһы тураһындағы музыкаль хикәйә ул (режиссёры — Бен Шарпстин). Мауыҡтырғыс махаралар, һүрәт-персонаждарҙың нәфис хәрәкәттәре — былар барыһы ла фильмға ҙур популярлыҡ килтерә.
Ә «Бэмби» (1942) фильмындағы болан балаһы балаларҙың ғына түгел, ә ата-әсәләрҙең дә һөйөүен яулай.
1950 йылда Дисней изге фея ярҙамы менән һоҡланғыс принцтың кәләше булыуға өлгәшкән тыйнаҡ ҡыҙ тураһындағы фильмдың һүрәт версияһын булдыра. Уилфред Джексон, Гамильтон Ласки һәм Клайд Джероними «Көлбикә» («Золушка») (башҡортса атамаһы Алһыу Хамматованан) фильмының режиссёрҙары була. Фильм текник йәһәттән оҫта эшләнгәнлектән Берлин кинофестивалендә «Алтын айыу» менән бүләкләнә, ә Көлбикә һүрәте футболка, түшәк кәрәк-яраҡтары һәм донъяның күп илдәрендә ҡулъяҡлыҡтарға төшөрөлә.
"Көлбикә"не төшөргән режиссёрҙар 1953 йылда сэр Джеймс Барри китабы буйынса тулы метражлы «Питер Пэн» йәнһүрәтен төшөрә. Уның артынса шундай уҡ данға ҡаҙанған «Леди һәм бродяга» (1955), «Йоҡоға талған һылыуҡай» (1959) һәм «101 далматинец» (1961) фильмдарын сығара, улар хәҙер мультипликация киноһы классиктары тип таныла.
1948 йылда Уолт Дисней үҙенең белем биреү йүнәлешендәге төҫлө серияһын экранға сығара, был фильмдар, нигеҙҙә, тәбиғәткә аранала («Тере сүллек» (1953), «Ер йөҙөнән юғала барған прерия» (1954), режиссёры Джеймс Элгар). Фильмдар ҙур популярлыҡ яулай, сөнки уларҙа тәбиғәт, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошонаоң кешегә бик аҙ ғына билдәле булған мәғлүмәттәре асыла. Уолт Дисней тамашасыларҙы тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға саҡыра.
Шул уҡ ваҡытта мажаралы уйын фильмдары ла төшөрөлә. Роберт Льюис Стивенсон повесы буйынса «Хазиналар утрауы» (1950, режиссёры Хаскин Байрон), «Робин Гуд» (1952, режиссёры Кен Аннакин), шулай уҡ «Мэри Поппинс» мюзиклы (1964) йәш тамашасыға иҫәпләнә. Мюзиклда анимация менән актёрҙар уйыны берләштерелә. Уолт Диснейҙың «Мэри Поппинсы» биш «Оскар» (режиссёры Роберт Стивенсон) менән бүләкләнә. Атап үтелгән фильмдарҙа Уолт продюсер булараҡ сығыш яһай, фильм төшөрөү барышын күҙәтә һәм художество йәһәтенән дә йоғонтоһо тос була.
Дисней 1925 йылдың июлендә үҙ студияһының сәркәтибе Лилиан Боундсҡа (1899—1997) өйләнә. 1933 йылда уларҙың ҡыҙы Дайана Мэри тыуа. Икенсе бала табыу мөмкинлеге булмағанға 1937 йылда бер ҡыҙ баланы ҡыҙлыҡҡа алалар, уға Шэрон Мэй исемен ҡушалар (1936—1993).
Дайана Мэри Дисней (1933—2013[6]) — ете бала әсәһе, Уолт Дисней биографияһының авторы, уның исеме менән бәйле бер нисә проектты ойоштороусы, «The Walt Disney Company» компанияһы етәкселәренең береһе, Сан-Францискола Уолт Дисней музейына нигеҙ һалыусы (2009 йылдың октябрендә асыла). Дайана һүҙҙәре буйынса, Уолт Дисней өлгөлө ғаилә башлығы була, бөтә буш ваҡытын ғаиләһенә бағышлай, балалары менән бергә саф һауала йөрөргә ярата. Ошондай сәйәхәттәрҙең береһендә Диснейҙа өлкәндәргә лә, балаларға ла ҡыҙыҡлы булған урын булдырыу хыялы тыуа. Бына шулай итеп Диснейленд барлыҡҡа килә.
Дисней инанған антикоммунист була[7]. The New York Times гәзите Уолт Дисней тураһында түбәндәгнеләрҙе яҙа: яҙыусы Марк Элиоттың «Уолт Дисней — чёрный принц Голливуда (инг.)баш.» китабында Уолт Дисней оҙаҡ йылдар ФБР менән хеҙмәттәшлек иткән тип раҫлана[7]. Журналист Бриман Шимон, Дисней үҙ инициативаһы буйынса бюроға Голливуд буйынса хеҙмәттәштәренә шикәйәттәр яҙған, тип раҫлай[7][<span style="" title="утверждение основано на неавторитетном источнике (5 февраля 2019)">неавторитетный источник?</span>]. Һуғыштан һуң Уолт Дисней Америкаға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса комиссияға кино донъяһында «йәшерен коммунистарҙы» асыҡларға ярҙам итә.
Дисней сысҡандан бик ҡурҡа[8].
"Вилли исемле бәләкәй пароход"тан башлап Дисней таҫмаларында музыка мөһим роль уйнай башлай. Уның фильмдарында тауыш диалогтан һәм һүрәттән торған әҫәрҙә гармония тыуҙырыу өсөн фон ғына түгел, ә уларҙың мөһим состав өлөшө булып тора.
Дисней рәссамдары хайуан һүрәтен төшөрөрҙән алда уларҙың тере прототиптарының ҡылыҡтарын ентекле өйрәнә. Шуға ла экрандағы хәрәкәттәр тулыһынса дөрөҫлөккә тап килә.
«Фантазия» йәнһүрәтендә тәүге тапҡыр киң экран аша стереотауыш яңғырай. Музыканы Филадельфия симфоник оркестры башҡара.
Дисней режиссёрҙарҙан тәүгеләрҙән булып өс таҫмалы кино төшөрөү аппараттарын ҡуллана башлай. Был яңылыҡ «Техниколор» (ингл. Technicolor) процесы өсөн бик кәрәк булып сыға.
Уолт Дисней студияһында йәнһүрәт эшләүселәргә премия түләү системаһын да индерә, һуңығараҡ башҡа студиялар ҙа был алымды ҡуллана.
Дисней 1966 йылдың 15 декабрендә Лос-Анджелеста үпкә шеш ауырыуынан үлә.
Был ваҡиғанан һуң уның исемен йөрөткән компания үҙ фильмдарында тәмәке күрһәтмәҫкә тигән стратегик ҡарар ҡабул итә.
Диснейҙың үлеменән һуң киностудия балалар өсөн анимацион һәм уйын фильмдарын төшөрөүҙе дауам итә.
1968 йылда Дисней үлгәндән һуң АҠШ-тың юғары наградаһы — Конгресстың Алтын миҙалы менән бүләкләнә.
Уолт Дисней криоген камерала, алыҫ киләсәктә иретеп алыу ысула табылғас, терелеү өмөтө менән туңдырылған, тигән фараз йәшәп килә.
Ысынында иһә, ул Форест-Лаун зыяратында ерләнгән.
Дисней тере саҡта һәм ул үлгәндән һуң да антисемитизм ҡарашына эйә булыу мөмкинлеге әүҙем тикшерелә. Бының өсөн уның тормошондағы ҡайһы бер эпизодтар нигеҙ булып тора. Арт Бэббит, Дисней Германия-Америка союзы[9] йыйылышында булған, тип раҫлай. Икенсе бер аниматор, Дэвид Свифт, студиянан эштән киткән сағында Уолтттың йәһүдтәрҙе яратмай һөйләүен ишетә[10].
Уолт Дисней кино сәнғәтенә һәм телевидение үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Дан аллеяһында 2 йондоҙ-эмблемаһына эйә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.