From Wikipedia, the free encyclopedia
Уланова Галина Сергеевна (26 декабрь 1909 йыл (8 ғинуар 1910 йыл), Санкт-Петербург — 21 март 1998 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәйҙең балет артисы, педагог. С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрының (1928—1944) һәм СССР ының прима-балеринаһы (1944—1960). Совет балет тарихында иң титуллы балерина[6].
Уланова Галина Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 декабрь 1909 (8 ғинуар 1910)[2][1] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[2][3] |
Вафат булған көнө | 21 март 1998[2][4][5][…] (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[2] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Әсәһе | Мария Фёдоровна Романова[d] |
Хәләл ефете | Юрий Александрович Завадский[d] |
Һөнәр төрө | балет артисы, хореограф, актёр |
Эш урыны |
Мариин театры[d] Казахский государственный академический театр оперы и балета имени Абая[d] |
Уҡыу йорто | А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы |
Уҡыусылар | Нина Тимофеева[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1960 |
Ойошма ағзаһы | Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Берлин сәнғәттәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d] |
Уланова Галина Сергеевна Викимилектә |
Галина Уланова Марина театрының балет артистары ғаиләһендә тыуа. Атаһы, Уланов Сергей Николаевич, һуңынан балет режиссёры була; әсәһе — Мария Федоровна Романова, театр училищеһында балет педагогы була.
Туғыҙ йәшендә Галина Петроград театр училищеһына ҡабул ителә (аҙаҡ — хореография техникумы, хәҙер А. Я. Ваганова исемендәге рус балеты академияһы), бында башта уның әсәһе, Мария Романова, төп педагог була, унда алты йыл уҡый, ә аҙаҡ — Агриппина Вагановала. 1928 йылда техникумды А.Ваганова класы буйынса тамамлай (1928 йылдың 16 майында сығарылыш спектакле үтә), шунан һуң Ленинград опера һәм балет театрының балет труппаһына ҡабул ителә (хәҙер Марина театры).
Сәхнәлә тәүге сығыштары тәнҡитселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. 1929 йылда үҙенең тәүге партияһын — П. И. Чайковскийҙың «Аҡҡош күлендә» Одетта ролен башҡара. 1930—1940 йылдарҙа Константин Сергеев менән бергә сығыш яһай, уларҙың дуэты рус балеты тарихында өлгөлөләрҙән һанала.
С.Киров исемендәге Ленинград театрында уның иң яҡшы ролдәре араһында А.Адандың балетында Жизель (1932) һәм П. И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетында Маша була (1934). Жизелдең аҡылдан яҙыуы күренеше балеринаның трагедиялы бейеүе түбәһе була. Иң уңышлы образдары Б.Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтанында» Мария. (1934, балетмейстеры Р. Захаров) һәм С.Прокофьевтың «Ромео һәм Джульеттаһында» Джульетта (1940, балетмейстер Л. Лавровский) тора.
1941 йылда блокада ваҡытында Молотов ҡалаһына эвакуациялана, унан 1942 йылда театр рөхсәте менән бер йылға Алматыға ире янына бара, әммә 1943 йылдың көҙөндә Уралға ҡабат ҡайта. Ялы ваҡытында Ҡаҙаҡ опера һәм балет театры труппаһында эшләй, унда Мария һәм Жизель партияларын бейей, шулай уҡ концерт номерҙары менән сығыш яһай. 1943 йылда ул «Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Һуғыш тамамланыр алдынан, 1944 йылда Ҙур театрға эшкә күсерелә. 1960 йылға тиклем Ҙур театрҙатөп балерина була. Бында ул шулай уҡ «Жизель», «Аҡҡош күле», «Баҡсаһарай фонтаны» (1944), «Золушка» (1945), «Ромео һәм Джульетта» (1947), «Ҡыҙыл мәк» (1949) балеттарында төп партияларҙы башҡара.
Һуғыш тамамланғандан һуң, 1945 йылдың июлендә, тәүге тапҡыр сығыш яһау Вена, миниатюралары башҡарыласаҡ «Аҡҡош» К. Сен-Санс, «Вальс» А. Рубинштейн һәм вальс Етенсе булып «Шопениана» (партнер — В Преображенская).
1956 йылда Ҙур театрҙың беренсе сит ил гастролендә Лондонда ҡатнаша. Ул Жизель һәм Джульеттаны бейеп, триумфаль уңышҡа эйә була. Сит илдәргә: Ҡытай, Австрия, Италия, Франция, Англия, АҠШ һәм башҡа илдәргә гастролдәргә күп йөрөй.
1960 йылда үҙенең артистка карьераһын тамамлай. Һуңғы спектакле «Шопениана» була. 1962 йылда рәсми рәүештә үҙенең сәхнә эшмәкәрлеген туҡтата.
1960—1997 йылдарҙа, ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй Ҙур театрҙа педагог-репетитор булып эшләй. Уның уҡыусылары араһында —, Екатерина Максимова, Владимир Васильев, Светлана Адырхаева, Нина Тимофеева, Людмила Семеняка, Нина Семизорова, Малика Сабирова, Марина Колпакчи, Ирина Прокофьева, Алла Михальченко, Надежда Грачева бар. Шулай уҡ Париж опреаһы йырсылары, Гамбург балеты, Швед короле балеты, Австралия балеты, Япония балеты труппаһы артистары менән эшләй[7].
1964 йылда Варнала I халыҡ-ара балет артистары конкурсында жюри рәйесе (Болгария), ә 1969 — Мәскәүҙә I халыҡ-ара балет артистары конкурсының жюри рәйесе була.
1998 йылдың 21 мартында 89-се йәшендә Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 5).
Балеринаның һөйгән кешеләр бөтәһе лә сәнғәт кешеләре була: Исаак Меликовский концертмейстер, режиссёр Юрий Заводский, актёр һәм режиссёр Иван Берсенев, рәссам Вадим Рындин. Уның барлыҡ никахтары, береһенән — Заводский Юрийҙан тыш, фактик була[8]. Уның балалары булмай.
Һуңғы йылдарҙа «Комсомольская правда» гәзитенең журналисы Агафонова Татьяна менән йәшәй, уны үҙенең «аҫрау ҡыҙы» тип атай[9][10].
Балерина хайуандарҙы ярата. Үҙенә ҡарата ҡәтғи була. Иртә менән сәғәт буйына зарядка яһаған. Олоғайғас та ауырлығы артист булған сағындағы кеүек 49 кг була. Һәр саҡ элегантлылығы менән айырылған, еңел матур атлаған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.