![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/03/Kiev_Opera_House_-_005.jpg/640px-Kiev_Opera_House_-_005.jpg&w=640&q=50)
Украинала опера
From Wikipedia, the free encyclopedia
Украин операһы үҙ аллы милли опера булараҡ XIX быуаттың аҙаҡҡы өстән бер өлөшөндә, европа һәм халыҡ музыкаль театры традицияларына таянып, барлыҡҡа килә. Милли репертуарҙа иң өлкәне тип Семён Гулак-Артемовский 1863 йылда яҙған Запорожец за Дунаем операһы иҫәпләнә, әммә жанрға нигеҙ һалыусы тип жанрҙа даими эшләгән Николай Лысенко иҫәпләнә.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/03/Kiev_Opera_House_-_005.jpg/640px-Kiev_Opera_House_-_005.jpg)
Бөгөн Украинаның опера сәхнәһе булып Киевтың Т. Шевченко исемендәге Милли операһы, Харьков, Одесса, Львов, Донецк, Днепр ҡалаһы операһы тора. Бынан тыш, был ҡала консерваториялары эргәһендәге опера студияларында ҡуйыла.