From Wikipedia, the free encyclopedia
«Убсунур соҡоро» — дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы. Рәсәй Федерацияһының Тыва республикаһындағы ҡурсаүлыҡ рәсәй федерацияһы. «Убсунур соҡоро» Рәсәй-монгол сиктәрендәге ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты (дөйөм майҙаны — 898 064 га)[1].
Убсунурская котловина | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 925136,4 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 24 ғинуар 1993 йыл |
Урынлашыуы | |
50°38′47″ с. ш. 93°11′50″ в. д._type:landmark HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Кызыл |
ubsunurtuva.ru | |
Убсунур соҡоро Викимилектә |
Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Себер Убсунур соҡоронда Убсу-Нур тоҙло күле янында урынлашҡан.
Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы «Убсунур соҡоро»1993 йылдың 24 ғинуарында булдырылған. 1997 йылда ҡурсаулыҡҡа биосфера статусы бирелгән.
Ҡурсаулыҡ майҙаны — 323 198,4 га[2]. Территорияһы 9 айырым участканан (кластерҙарҙан) тора:
Район климаты континенталь. Йыллыҡ уртаса температура ғинуарҙа иң түбән тура килә. Иң эҫе айы-июль. Йыллыҡ яуым-төшөм һаны 150 мм тәшкил итә, тауҙарҙа күпкә юғары. Бөтә соҡорҙоң төп үҙенсәлеге булып Ерҙең уртаса бүлкәтендәге барлыҡ ландшафттарҙың да булыуы тора. Бында Евразияның иң төньяғындағы ярымсүллеге таралған (50° с. ш.). Ҡурсаулыҡ Алтай-Саян төбәгендәге ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар ассоциацияһына инә.
Убсунур соҡоро Рәсәйҙең Бөтә донъя мираҫының икенсе исемлегенә (беренсе булып кеше аяғы баҫмаған Коми урманы) индереүгә Үҙәк Азияның кеше аяғы баҫмаған һыу айырғысы булараҡ тәҡдим ителгән. Унда 40 000-гә тиклем археологик ҡаҙыүҙар алып барылмаған ҡурғандар һәм күсмә ҡәбиләләрҙең, скифтар, боронғо төркиҙәр һәм һундарҙың[3] ҡурғандары бар. Был номинацияға Тыва республикаһы һәм Монголия тарафынан тәҡдим ителгән. Уның эсенән 75 000 км² урман һәм дала һәм мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ инә.
1998 йылда «Убсунур ҡурсаулығы» Халыҡ-ара биосфера ҡурсаулығы статусына лайыҡ була. Был себер ҡарағайын һәм себер шыршыһын һаҡлауға йүнәлтелгән беренсе аҙым була[4].
Ҡурсаулыҡтың урынлашыуы Үҙәк Азия ҡатмарлы экосистемаһының иң ҡыҙыҡлы күренеше булып тора. Ҡурсаулыҡ майҙаны 1 853,5 068 (10 688,535 км²) гектар тәшкил итә [2]. Был ер үҙ эсенә боҙлоҡ, тайга, сүл, альп тауҙарындағы тундра, альп болондары, ҙур тау тайгаһын ала. Шулай уҡ урманлы дала, урманһыҙ дала , ярымсүллек, ҡом дюналарын да үҙ эсенә алып тора. Был иҫ киткес матур һәм күп төрлө тәбиғи мөхитен булдыра.
Ҡурсаулыҡ территорияһында күп төр ҡоштар бар. Ҡурсаулыҡ фаунаһында яҡынса 80 төр һөтимәрҙәр иҫәпләнә Төп төрҙәре - тау, тайга һәм тундрала йәшәүсе ирбис, алтай улары, марал, һеләүһен, росомаха. Дала төрҙәре — монгол һабан турғайы, торна, йомран, туғаҙаҡ һәм песчанка. Ҡурсаулыҡ һаҡланған территория булып тора, бында башҡа ерҙәрҙә һаҡланмай юҡҡа сыҡҡан күп кенә төрҙәрҙе осратырға мөмкин.
Ҡурсаулыҡтың 7 участкаһын (кластерҙары) 2003 йылдан бер алып № 769rev ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫының «Убсунур соҡоро» (Рәсәй—Монголия) булып тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.