From Wikipedia, the free encyclopedia
Украина Совет Социалистик Республикаһы (УССР) (укр. Українська Радянська Соціалістична Республіка — бойондороҡһоҙ дәүләт (1923 йылға тиклем), Советтар Союзына (СССР) нигеҙ һалыусы дәүләттәрҙең береһе, уның составындағы союздаш республика. 1919 — 1936 йылдарҙа рәсми рәүештә Украина Совет Социалистик Республикаһы тип атала.
Украина Совет Социалистик Республикаһы | |||||
Українська Радянська Соціалістична Республіка | |||||
| |||||
Девиз: ««Пролетарі всіх країн, єднайтеся!»» | |||||
Гимн:
Гимн УССР
| |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр |
украин — рәсми рәүештә 1920—1989 йылдарҙа, республика дәүләт теле 1989—1991 йылдарҙа | ||||
Аҡса берәмеге |
СССР һумы | ||||
Майҙаны |
603,7 мең км2 | ||||
Халҡы |
51 706,7 мең кеше. (1989) | ||||
Идара итеү формаһы |
совет республикаһы | ||||
Сәғәт поясы |
+2 | ||||
Телефон коды |
+3 | ||||
Дәүләт башлыҡтары | |||||
Бөтә Украина Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе | |||||
• 1919—1938 |
Петровский Григорий Иванович (беренсе) | ||||
УССР Юғары Советы рәйесе | |||||
• 1990—1991 |
Кравчук Леонид Макарович (аҙаҡҡы) | ||||
Украина Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә | |||||
БССР менән берлектә 1945 йылдан БМО-ға суверенлы нигеҙ һалыусы була.
1991 йылдың 24 авгусында Украина ССР-ының Юғары Советы Украинаның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү актын һәм «Украина бойондороҡһоҙлоғо тураһында» ҡарарын ҡабул итә. Был документтар Украинаның бойондороҡһоҙлоғо һәм үҙ аллы украин дәүләте Украинаның булдырылыуын — Украина территорияһының бүленмәгәнлеген һәм ҡағылһығыҙлығын, бынан ары ил территорияһында бары тик Украина Конституцияһының һәм закондарының ғына ғәмәлгә булыуын белдерә. Украинаның бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү акты 1991 йылдың 1 декабрендә референдумда ҡабул ителә.
1917 йылдың 11—12 (24—25) декабрендә Харьковта Рәсәй большевиктары - ленинсыларының әүҙем ҡатнашлығында 1-се Бөтә Украина Советтар съезы уҙа. Съезд Украина Халыҡ Республикаһын Советтарҙың Украина Халыҡ Республикаһы (тәүге официаль атамаһы — Эшселәр, крәҫтиәндәр, һалдаттар һәм казактар депутаттары Советтары Украина Халыҡ Республикаһы[1][2]), «совет» Украинаһы менән Совет Рәсәйе араһында федератив бәйләнештәрҙе булдыра, Украина большевиктар Ваҡытлыса Үҙәк Башҡарма Советтар Комитеты һайлана[3], комитет үҙ сиратында Украиналағы власты бөтә тулылыҡта үҙ өҫтөнә ала[4] һәм үҙенең башҡарма органы — Совет Украинаның беренсе хөкүмәте Халыҡ секретариатын раҫлай[5]. 1917 йылдың 19 декабрендә (1918 йылдың 1 ғинуары) РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы (УХРС) Халыҡ секретариатын Украинаның берҙән-бер законлы хөкүмәте тип таный.
1917 йылының декабре — 1918 йылдың февралендә Украина территорияһында шулай уҡ Донецк — Криворог Совет Республикаһы һәм Одесса Совет Республикаһы иғлан ителә. 1918 йылдың 17—19 апрелендә Советтарҙың Икенсе съезында был совет республикалары Украина Совет Республикаһына (баш ҡалаһы итеп Харьков билдәләнә) берләшә. Украина Совет Республикаһы Совет милли республикалары федерацияһы тип иғлан ителгән Рәсәй Совет Республикаһы составына инә. Әммә 1918 йылдың апрелендә Үҙәк Радаһы менән килешеүгә ярашлы, Украинаға килеп ингән Австрия-Германия ғәскәрҙәренең баҫымы аҫтында украин совет ғәскәрҙәре Украина территорияһын ташлап китергә мәжбүр була һәм Украина Совет Республикаһы ысынбарлыҡта йәшәйешен туҡтата.
Беренсе бөтә донъя һуғышында Үҙәк державалары еңелгәненән һуң, 1919 йылдың яҙында Совет Рәсәйе үҙенең Ҡораллы көстәре ярҙамында Украин Халыҡ Республикаһы территорияһында совет власын ҡабаттан тергеҙә. Украин Совет Социалистик Республикаһы 1919 йылдың 10 мартында үткән II Бөтә украин съездында бойондороҡһоҙ республика, баш ҡалаһын - Харьков тип белдерелә һәм беренсе УССР Конституцияһы ҡабул ителә.
1919—1920 йылдар дауамында Украина территорияһы большевик, украин, аҡ гвардия, поляк һәм башҡа хәрби формированиелары бәрелештәре аренаһы булып ҡала. 1920 йылдың аҙағына Совет Рәсәйенең һәм уның ҡораллы көстәренең әүҙем ярҙамы арҡаһында Совет власы өсөнсө тапҡыр тергеҙелә һәм Украин Халыҡ Республикаһы территорияһының күпселек өлөштәрендә урынлаштырыла.
Бер аҙҙан үҙ аллы автономиялар тип иғлан ителгән Бессарабия Совет Социалистик Республикаһы (1919 йылдың май —сентябрь айҙары) һәм Галиция Совет Социалистик Республикаһы (1920 йылдың июль — сентябрь айҙары) ысынбарлыҡта Украина совет хөкүмәте контроле аҫтында ҡала. Әммә тиҙҙән (1921 йылдағы Рига килешеүенә ярашлы) был территориялар УССР-ҙан ситләштерелә.
1919 йылдың июнендә "май хәрби-сәйәси көрсөгө"нән һуң Украина ССР-ы етәкселеге Рәсәй СФСР-ы менән хәрби һәм хужалыҡ союзы булдырыу тураһында килешеү төҙөй. Был килешеүгә ярашлы, 1919 йылдың йәйендә Украина совет армияһы бөтөрөлә, ә 1920 йылдың декабрендә УССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ комиссариаттары «берләшмәһе» (ысынбарлыҡта — украин комиссариаты бөтөрөлөлә): хәрби һәм диңгеҙ эштәре, тышҡы сауҙа, финанстар, хеҙмәт, аралашыу юлдары, почта һәм телеграф, халыҡ хужалығы советтары булдырыла.
1920 йылдың декабрендә РККА-ның Көньяҡ фронты идаралығы Украина һәм Ҡырым Ҡораллы Көстәре командующийы идаралығына әүерелдерелә (РВСР — ҙың 2660/532-се һанлы приказы 1920 йылдың 3 декабрендәге приказы). Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттары ғәскәрҙәре Украина һәм Ҡырым Ҡораллы Көстәренең Киев һәм Харьков хәрби округтары составына индереләләр. Украина һәм Ҡырым Ҡораллы Көстәре Киев һәм Харьков ғәскәрҙәренең, Украинаның Эске эштәре, шулай уҡ Азов һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙең Диңгеҙ көстәре территориаль берләшмәһе булып китәләр.
1922 йылдың 29 декабрь көнө Украина ССР-ы СССР-ҙы төҙөү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуя. Килешеү Рәсәй империяһы территорияһында берҙәм союз дәүләт — СССР -ҙың булдырыуына — нигеҙ ташы һала.
1936 йылдың 5 декабрендә СССР- ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителеүгә бәйле Украина Совет Социалистик Республикаһы тип исемләнә башлай. 1937 йылдың 30 ғинуарында Союздың яңы конституцияһын ҡабул итеү сәбәпле УССР -ҙың Конституцияһы ла ҡабул ителә.
1919 йылдан 1934 йылға тиклем Харьков УССР-ҙың баш ҡалаһы була, һуңынан баш ҡала Киевҡа күсерелә[6].
УССР тарихында ошондай территориаль үҙгәрештәр була:
1991 йылдың 24 авгусында УССР-ҙың Юғары Советы Украинаның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итте һәм үҙаллылыҡ актын раҫлау буйынса референдумды 1991 йылдың 1 декабрь көнөнә билдәләне[7][8], ә 17 сентябрҙә украин конституцияһынан «Украина ССР-ы» исемен алып ташланы[9].
Бөтә украин референдумының һөҙөмтәләре буйынса 1991 йылдың 1 декабрендә тауыш биргән һайлаусыларҙың күпселеге Украинаның бойондороҡһоҙлоғо тураһында актты яҡлап сыҡты. Референдум менән бер үк ваҡытта Украина президентының беренсе һайлауҙары үтте.
1991 йылдың 8 декабрендә Украина РСФСР һәм Белоруссия менән берлектә СССР — ҙың бөтөрөлөүе һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Союзы (СНГ) тураһында Беловежск килешеүенә ҡул ҡуйҙы. 10 декабрҙә Украинаның Юғары Советы ошо документты раҫланы. 26 декабрьҙә СССР-ҙың Юғары Советының Республикалар Советы СССР-ҙың бөтөрөлөүе тураһында декларация ҡабул итте. 1992 йылдың 19 июнендә 1978 йылғы Украина Конституцияһынан ССР Союзы һәм 1949 йылғы (167 ст.) Украина совет флагы тураһында положениелары тулыһынса алып ташланды[10].
1919 года март айында III Бөтә украин Советтар съезы Совет Украинаһының беренсе Конституцияһын ҡабул итте. Конституцияның 35 статьяһына ярашлы "У. С. С. Р. -ҙың сауҙа, диңгеҙ һәм хәрби флагы ҡыҙыл (аҡһыл — ҡыҙыл) төҫтәге туҡыманан (полотнище) тора, өҫтә байраҡ һабының һул мөйөшөндә алтын хәрефтәр менән «У. С. С. Р.», йәғни «Украина Социалистик Совет Республикаһы» тип яҙылған". 1919 йылдың 10 мартында өсөнсө Бөтә украин Советтар съезы УССР -ҙың беренсе Конституцияһын һәм гербын ҡабул итте. Гербтың геральдик ҡалҡанында ҡалҡып барған ҡояш нурҙарында ураҡ менән сүкеш һүрәтләндерелгән, ә улар өҫтөндә — «У. С. С. Р.» аббревиатураһы. Ҡалҡан аҫтында ҡыҙыл таҫмала украин һәм урыҫ телдәрендә «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән өндәмә урынлашҡан. Ҡалҡан бойҙай башаҡтары менән ҡаймаланған. 1949 йылда герб ҡалҡаны өҫтөндә биш осло ҡыҙыл йондоҙ һүрәте һәм таҫма уртаһында «Українська РСР» тигән яҙыу барлыҡҡа килә.
1937 йылда флагта ураҡ менән сүкеш һүрәте барлыҡҡа килде. 1949 йылда флаг ҙур үҙгәрештәргә дусар була: ул ике төҫлөгә әйләнә, аҫҡы өлөшө зәңгәр төҫ ала. Зәңгәр төҫ Украинаның бик ҙур тәбиғәт байлыҡтарына, уның ифрат һәйбәт климат шарттарына, диңгеҙ державаһы булыуына (әҙәбиәттә зәңгәр төҫ шулай уҡ Богдан Хмельницкий осорондағы әләмдәрҙең төҫө менән бәйле) ишара яһай. Үҙенең төҫ — биҙәге менән флаг башҡа союздаш республикаларҙан айырыла башлай, әләмдә «У. С. С. Р» аббревиатураһын урынлаштырыуҙың да кәрәклеге ҡалмай. Ураҡ менән сүкеш өҫтөндә биш осло ҡыҙыл йондоҙ һүрәте барлыҡҡа килә. Ошо өлгөлө флаг 1992 йылдың уртаһына тиклем ғәмәлдә була.
Украина ССР-ы етәкселеге бергәләп эшләгән коллектив була. Иң юғары кимәлдә КПУ Үҙәк комитеты Политбюроһы, КПУ Үҙәк комитеты секретариаты, УССР -ҙың министрҙар Советы етәкселек итә.
Халыҡ Секретариаты Совет Украинаһының ҡораллы көстәрен булдырыу тураһында закондар ҡабул итте. 1917 йылдың 17 декабрендә ул Хәрби эштәр буйынса халыҡ секретариатын ойоштора (Халыҡ секретаре — В. М. Шахрай, уның ярҙамсыһы — Ю. М. Коцюбинский). РСФСР-ҙың хәрби эштәре буйынса Халыҡ комиссариатының тәжрибәһен файҙаланып, УССР-ҙың хәрби эштәр буйынса Халыҡ секретариаты республиканың милли ҡораллы көстәрен — Украин Эшсе — крәҫтиән Ҡыҙыл армияһын —төҙөүгә тотона[11].
18 (яңы стиль буйынса 31) декабрендә Украина Үҙәк башҡарма Комитеты Советтары ҡарары менән контрреволюцияға ҡаршы көрәш алып барыр өсөн край Хәрби — революцион комитеты булдырыла. Уның составына хәрби һәм халыҡ эштәре буйынса халыҡ секретарҙәре, Харьков Ҡыҙыл гвардияның үҙәк штабының һәм Рәсәй контрреволюцияһы менән көрәш алып барыу өсөн булдырылған Көньяҡ революцион фронтының вәкилдәре инделәр. Комитет хәрби — революцион комитеттары эшмәкәрлеге менән етәкселек итте , ғәсҡәрҙәрҙе ҡоралландырыу һәм өйрәтеү менән шөғөлләнде. Яугирҙарҙың сәйәси тәрбиәһенә, уларҙың революцион сынығыуына ҙур иғтибар бүленде.[11].
1917 йылдың декабрендә Харьковта совет Халыҡ Секретариаты урынлаша, ә эргәлә генә Киевтағы Юғары Раданың ҡалала үҙ ғәсҡәрҙәре булған һәм милләтсел гәзит сығарған ваҡ буржуаз органдары эшен дауам итә ине[11].
Халыҡ Секретариаты 1917 йылдың 25 декабрендәге (яңы стиль буйынса 7 ғинуар) ҡарарына ярашлы край Хәрби — революцион комитетына бөтә Украина масштабында Ҡыҙыл гвардия ойошторолоуы йөкмәтелә[12]. Ошо уҡ ваҡытта Ҡыҙыл (червон) казактарҙың хәрби частәрен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә[11].
Харьков ҡыҙылгвардеецтары Ҡыҙыл казактарҙың частәренең булдырыуына нигеҙ һалалар. Халыҡ Секретариаты 27 декабренән (яңы стиль буйынса 9 ғинуар) 28 декабренә (яңы стиль буйынса 10 ғинуар) ҡараған төндә ҡыҙылгвардеецтар отряды һәм революцион һалдаттар көстәре менән 2-се Украина запастағы ҡораллы көстәре полкын ҡамарға һәм ҡоралһыҙландырырға ҡарар сығара. Полктың офицерҙары һәм һалдаттарҙың бер өлөшө большевистик Совет власына ҡарата хаслыҡ тойғоһо кисерә. Планды Войцеховский һәм Шаров уйлап сығара. Операцияла И. Ю. Кулик һәм В. М. Примаков ҡатнашалар[11][13].
Таң атыуға операция тамамлана. Полк ҡоралһыҙландырыла, ә Харьков ҡалаһы буйлап УХР — ҙың 2-се Украин запастағы полкы 9- сы һәм 11-се роталарының элекке һалдаттары үтеп китә. Ошо уҡ көндә Чернигов һәм Харьков ҡалалары партия активистарынан, ҡыҙылгвардеецтарҙан, шулай уҡ большевиктар ҡоралһыҙландырған УХР Юғары Раданың 2-се Украин запастағы полкының бер нисә тиҫтә һалдатынан торған Ҡыҙыл казактар 1-се полкы булдырылыуы тураһында иғлан ителә[11]. Украинала иң тәүге совет милли хәрби часть — Пэршый куринь чэрвоного козацтва — ойошторола. Атаман итеп Виталий Маркович Примаков тәғәйенләнә[11].
УССР продукция етештереү буйынса (РСФСР — ҙы иҫтә тотмағанда) мөһимлек буйынса башҡа республикаларҙы байтаҡҡа уҙып, СССР - ҙа икенсе урын биләй, ранг буйынса унан һуң килгән республика дүрт тапҡырға кәмерәк продукция етештерә. СССР — ҙың бөтә ауыл хужалығы продукцияһының бер сиреге УССР-ҙың уңдырышлы ерҙәрендә (ҡара тупраҡ — чернозем) үҫтерелә[14].
УССР территорияһындағы Киевта Рәсәй империяһының беренсе трамвайы барлыҡҡа килә[15][16] (1892) һәм донъя практикаһында[17][18] беренсе троллейбусный поезд[19] (уйлап табыусыһы Владимир Веклич[20][21] (1966).
1978 йылдың 30 декабрендә Киевта СССР-ҙа беренсе тиҙ йөрөүсе трамвай линияһы[15][22] төҙөлгән (Владимир Веклич[23] и Василий Дьяконов[24] инициативаһы буйынса).
1991 йылға ҡарата метрополитен Киевта һәм Харьковта, шулай уҡ метротрам Кривой Рогта була.
УССР-ҙың 42 ҡалаһында троллейбустар йөрөй[25].
1959 йылдан һуң Украина ССР-ның административ-территориаль бүленеше яйға һалына, тиерлек. Таблицала 1959—1991 йылдарҙа Украина ССР-ына ингән өлкәләрҙең мәғлүмәттәре күрһәтелгән.
Берәмәк | Булдырыу датаһы | Территория, мең км² | Халыҡ, мең кеше (1966) | Халыҡ, мең кеше (1989) | Ҡалалар һаны | Ҡала тибындағы ҡасабаларҙың һаны | Адм. үҙәк |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Винница өлкәһе | 1932 йылдың 27 феврале | 26,8 | 2133 | 1920,8 | 8 | 27 | Винница |
Волынь өлкәһе | 1940 йылдың 4 апреле[26] | 20,2 | 964 | 1058,4 | 10 | 21 | Луцк |
Ворошиловград өлкәһе | 1938 йылдың 3 июне ; 1958 йылдың 5 марты — 1970 йылдың 5 ғинуары һәм 1991 йылдың 19 июненән — Луганск өлкәһе[27] |
26,7 | 2764 | 2857,0 | 34 | 98 | Ворошиловград |
Днепропетровск өлкәһе | 1932 йылдың 27 феврале | 32,0 | 3145 | 3869,9 | 19 | 56 | Днепропетровск |
Донецк өлкәһе | 1932 йылдың 17 июле ; 1938 йылдың 3 июне — 1961 йылдың 9 ноябре — Сталин өлкәһе |
26,5 | 4788 | 5311,8 | 45 | 138 | Донецк |
Житомир өлкәһе | 1938 йылдың 15 ғинуары[28] | 29,9 | 1589 | 1537,6 | 8 | 36 | Житомир |
Закарпатье өлкәһе | 1946 йылдың 22 ғинуары; УССР составына 1945 йылдың 29 июнендә индерелә |
12,8 | 1031 | 1245,6 | 9 | 14 | Ужгород |
Запорожье өлкәһе | 1939 йылдың 31 майы[29] | 27,0 | 1677 | 2074,0 | 10 | 23 | Запорожье |
Ивано-Франковск өлкәһе | 1940 йылдың 4 апреле[26]; 1962 йылдың 9 ноябренә тиклем — Станиславск өлкәһе |
13,9 | 1207 | 1413,2 | 13 | 26 | Ивано-Франковск |
Киев өлкәһе | 1932 йылдың 27 феврале | 28,9 | 3184 | 4506,6 | 13 | 34 | Киев |
Кировоград өлкәһе | 1939 йылдың 31 майы[29] | 24,3 | 1268 | 1228,1 | 11 | 21 | Кировоград |
Ҡырым өлкәһе | 1954 йылдың 26 апреле[30]; 1991 йылдың 19 июненән — АССР[27] |
25,6 | 1565 | 2430,5 | 13 | 35 | Симферополь |
Львов өлкәһе | 1940 йылдың 4 апреле[26] | 21,8 | 2357 | 2727,4 | 36 | 36 | Львов |
Николаев өлкәһе | 1938 йылдың 15 ғинуары[28] | 24,8 | 1092 | 1328,3 | 7 | 11 | Николаев |
Одесса өлкәһе | 1932 йылдың 27 феврале | 33,2 | 2228 | 2624,2 | 13 | 26 | Одесса |
Полтава өлкәһе | 1938 йылдың 15 ғинуары[28] | 28,6 | 1677 | 1748,7 | 12 | 18 | Полтава |
Ровно өлкәһе | 1940 йылдың 4 апреле[26] | 20,0 | 1012 | 1164,2 | 9 | 16 | Ровно |
Сумы өлкәһе | 1939 йылдың 31 майы[29] | 23,8 | 1516 | 1427,5 | 15 | 18 | Сумы |
Тернополь өлкәһе | 1940 йылдың 4 апреле[26]; 1944 йылдың 9 авгусына тиклем — Тарнополь өлкәһе |
13,9 | 1149 | 1164,0 | 14 | 15 | Тернополь |
Харьков өлкәһе | 1932 йылдың 27 феврале | 31,6 | 2672 | 3174,7 | 15 | 58 | Харьков |
Херсон өлкәһе | 1944 йылдың 30 марты | 27,1 | 958 | 1236,9 | 8 | 24 | Херсон |
Хмельницк өлкәһе | 1938 йылдың 15 ғинуары[28]; до 26 апреля 1954 йылдың — Каменец-Подольск өлкәһе[30] |
20,7 | 1620 | 1521,6 | 10 | 21 | Хмельницкий |
Черкассы өлкәһе | 1954 йылдың 26 апреле[30] | 21,0 | 1506 | 1527,3 | 15 | 19 | Черкассы |
Чернигов өлкәһе | 1932 йылдың 15 октябре | 31,9 | 1586 | 1412,8 | 13 | 32 | Чернигов |
Черновцы өлкәһе | 1940 йылдың 7 авгусы[31] | 8,0 | 828 | 940,8 | 9 | 6 | Черновцы |
УССР | 601,0 | 45 516 | 51 451,9 | 370 | 829 | Киев |
Бынан тыш, Украина ССР-ының ғәмәлдә булған йылдарҙа уның эсенә түбәндәге өлкәләр ингән:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.