Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7 март 1931 йыл — 9 ноябрь 2016 йыл) — партия, дәүләт һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1960—1963 йылдарҙа — беренсе секретары; 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1969 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 198—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), ике «Почёт Билдәһе» (1960, 1967) ордендары кавалеры.
Ҡыҫҡа факттар Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1965 — 1969 ...
Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина | ||
| ||
---|---|---|
1965 — 1969 | ||
Тыуған: | 7 март 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) СССР, РСФСР, Мәскәү ҡалаһы | |
Үлгән: | 9 ноябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (85 йәш) Рәсәй, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы | |
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ябырға
Википедияла Төхвәтуллина фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.