Төрөк милли хәрәкәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төрөк милли хәрәкәте (төр. Türk Ulusal Hareketi) - 1920-се йылдарҙа Кемаль Ататөрк шәхесе тирәләй формалашҡан төрөк революционерҙарының хәрби-сәйәси берекмәһе. Хәрәкәт Ғосман империяһын республикаға әйләндереү өсөн, шулай уҡ Севр килешеүенә һәм Анатолияны бүлеүгә ҡаршы сығыш яһай. Төп идеялар — кемализм, донъяуилыҡ, төрөк милләтселеге, уларҙың уңышына Танзимат дәүере ҙур йоғонто яһай.
Совет Рәсәйе менән бәйләнештә булыу һәм унан хәрби һәм финанс ярҙамы алыу арҡаһында, төрөк милли хәрәкәте илдең суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн һаҡлап ҡала ала.