Төньяҡ диңгеҙ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ диңгеҙ (элекке исеме Немец диңгеҙе ; фр. Mer du Nord, нем. Nordsee, һолланд Noordzee, көнбайыш фриз теле Noardseе, инглиз North Sea, норв. Nordsjøen}}, дат. Nordsøen йәки Vesterhavet)); — бер яҡтан төньяҡ Европа һәм Британия уртауҙары, икенсе яҡтан Ютланд һәм Скандинавия ярымутрауҙары араһында урынлашҡан, Атлантик океандың өлөшө булып торған һай шельф диңгеҙе. Көнсығыштан Норвегия һәм Дания менән, көнбайыштан Британия утрауҙары, көньяҡтан Германия, Нидерланд, Бельгия һәм Франция ярҙары сикләй.
Төньяҡ диңгеҙ | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Урынлашыуы | Атлантик океан |
Майҙаны | 750 мең[1] км² |
Күләме | 94 мең [1] км³ |
Яр буйы оҙонлоғо | 6 мең[1] км |
Иң ҙур тәрәнлек | 725[2] м |
Уртаса тәрәнлек | 95[1] м |
Һыу йыйыу майҙаны | 850 мең[1] км² |
Төньяҡ диңгеҙ Викимилектә |
Майҙаны — 750 мең км².[1] Иң тәрән урыны — 725 м.[2] Диңгеҙҙең 2/3 өлөшө тәрәнлеге 100 м-ҙан әҙерәк; көньяҡ өлөшөндә — һайлыҡтар (Доггер-банка һ.б.). Диңгеҙгә ҡойоусы эре йылғалар: Эльба, Везер, Рейн, Темза. Яр буйҙары туңа. Балыҡсылыҡ, нефть һәм тәбиғи газ табыу. Төп порттары: Роттердам, Амстердам, Антверпен, Лондон, Гамбург, Осло, Берген[2].
Диңгеҙ буйындағы һайлыҡ, ҡайһы саҡта Ваттен диңгеҙе булараҡ билдәләнә.