From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәртешкә — аш-һыу әҙерләү ҡоралы, тимерҙән йәки утҡа бирешмәй торған башҡа берәй материалдан эшләнелгән ҡулайлама.
Мейестә йә сыуалда янған күмерҙе тартыу, торонбаш ҡағаштырыу өсөн ҡулланыла. Ғәҙәттә осо тура мөйөшләп, яҫмаҡлап тапап бөгөлгән тимер таяҡтан эшләйҙәр. Болғауыс, киҫәү ағасы тигән атамаһы ла бар. Киҫәү ағасы — һабы ағастан эшләнә, һап өлөшө көпшәләп тимерҙән эшләнгән ырғаҡҡа кейҙерәләр. Урыҫ халҡында тәртешкәгә ҡыҫтырып сыраҡ та яндырғандар.
«Тәртешкә» мыҫҡыл һүҙе булараҡ та ҡулланылған: тәртешкә аяҡ. Һәлкәүерәк кешене тәртешкә йотҡан тип тә мыҫҡыллағандар. Тәртешкәңде ал — аяғыңды ал.
Тәртешкә бөгөнгәсә ҡулланыла, уны ҡала йорттарында ла күрергә мөмкин, сөнки сыуал (камин) көнкүрештә модаға инде. Тәртешкәне матурлап, төрлөсә һырлап, биҙәкләп, интерьерҙың бер биҙәге итеп тә ҡулланалар.[1]
Һоҙғаҡҡа тәртешкә менән һуғып, бүре ҡыуған булабыҙ — үҙебеҙ ҡурҡабыҙ. Нажия Игеҙйәнова, "Саша","Башҡортостан ҡыҙы" ) |
мифологизированный предмет; участвует в отгонной магии Ф.Ғ.Хисаметдинова: Тәртешкә. Кочерга ) |
Был ҡорал йәки яйланма тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.