From Wikipedia, the free encyclopedia
Түнел (төрөк. Tünel) — ике генә станциялы иҫке бәләкәй метро линияһы, Истанбулдың Европа өлөшөндә урынлашҡан. 1875 йылда асылған.
Түнел | |
Истанбул метрополитены | |
Тәүге участка асылыу датаһы: | |
---|---|
Оҙонлоғо: |
0,573 км |
Станциялар һаны: |
2 |
Юл ваҡыты: |
5 мин |
Поезд составындағы максималь вагондар һаны: |
2 |
Поезд составынд вагондар һаны: |
2 |
Тәүлек эсендә уртаса пассажирҙар һаны, мең. кеше./тәүлек: |
15 000 |
Ер өҫтөндәге участкалар: |
юҡ |
Түнел донъяла иң бәләкәй һәм иң ҡыҫҡа метро линияларының береһе булып тора.
Түнелде француз инженеры Эжен Анри Гаван проектлай һәм ул инглиздәр ҡатнашлығында 1871—1875 йылдарҙа төҙөлә. Түнелде рәсми асыу тантанаһы 1875 йылдың 17 ғинуарында була. Башта халыҡ ер аҫтынан һалынған юлдан йөрөргә хәүефләнә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн мал-тыуар тейәлгән өҫтәмә вагон тағыла. Һөҙөмтәлә был сара транспорттың хәүефһеҙ икәнлеген күрһәтә.
1910 йылда Түнел электрлаштырыла, уға тиклем вагондарҙы аттар һөйрәп йөрөтә.
1939 йылда Түнел национализациялана һәм ҡаланың IETT тиҙлекле транспорт системаһының (İstanbul Elektrik Tramvay ve Tünel) бер өлөшө ителә[1].
1971 йылда Түнел ремонтлана һәм модернизациялана, иҫке ағас вагондары яңыларға алмаштырыла[2].
Әлеге ваҡытта Түнель 2000 йылда асылған төп метрополитендан (ҡара: Истанбул метрополитены) һәм 1989 йылда барлыҡҡа килгән еңел метронан бойондороҡһоҙ үҙенә башҡа эшләп тора.
Линияның оҙонлоғо — 573 метр[3], линияла ике вагон йөрөй. Ҡоролошо буйынса был транспорт ер аҫты фуникулёры булып тора. Вагондарҙың йөрөү интервалы — 3−5 минут. Түнел көн һайын 15 000 кешене ташый, йыл эсендә вагондар 37 066 километр юл үтә.
Йөрөү хаҡы — 4 төрөк лираһы, ә Истанбулдың транспорт картаһы буйынса — 2,15 төрөк лираһы.
Трамвайҙан Түнелгә күсеп ултырғас, тағы түләргә тура килгәнлектән Түнел ерле халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланмай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.