From Wikipedia, the free encyclopedia
Түбәнге Троицк (рус. Нижнетроицкий) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 3817 кеше[2]. Түбәнге Троицк ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452784, ОКАТО коды — 80251839000. 1927 йылдан[3] 2004 йылға тиклем ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә булған.
Ауыл | |
Нижнетроицкий башҡ. Түбәнге Троицк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452784 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
1760 йылда Ҡаҙан даруғаһының Ҡыр-Йылан һәм Ҡаңлы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡыйҙаш йылғаһы (Кама йылғаһы бассейны) буйында И. Г. Осокин Түбәнге Троицк баҡыр иретеү заводына нигеҙ һала. Завод 1760 йылда эшләй башлай. Ул Үрге Троицк заводы эргәһендә ярҙамсы завод итеп файҙаланыла[4]. Түбәнге Троицк ауылына 18 быуаттың 60‑сы йылдарында Түбәнге Троицк заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1865 йылда 189 йортта 1149 кеше йәшәгән[5].
Ауылда Түбәнге Троицк урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, балалар шифаханаһы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар. Башҡортостан буҫтау комбинаты урынлашҡан[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1735 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 3118 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 4273 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 3963 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 3777 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 4008 | ||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Алыҫлығы:[7]
Урам исеме[8]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.