From Wikipedia, the free encyclopedia
Тхить Нят Хань[8] (вьетн. Thích Nhất Hạnh, тьы-ном 釋一行, әйтелеше:, тыңларға); шулай уҡ билдәле: Тит Нат Хан[9]; ғәҙәти исеме Нгуен Суан Бао (вьетн. Nguyễn Xuân Bảo); 11 октябрь 1926 йыл) — Вьетнам дзэне[10]-будда монахы, Додониялағы (Франция) Слива ауылында медитация үҙәге руханийы. дзэн-буддизм буйынса китаптар авторы.
Тхить Нят Хань | |
вьетн. Thích Nhất Hạnh | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Вьетнам Франция[3] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | вьетн. Nguyễn Xuân Bảo |
Тыуған көнө | 11 октябрь 1926[4][5] |
Тыуған урыны | Хюэ[d], Аннам[d], Француз Һинд-Ҡытайы |
Вафат булған көнө | 22 ғинуар 2022[6] (95 йәш) |
Вафат булған урыны | từ hiếu pogoda[d], Хюэ[d], Вьетнам[6] |
Туған тел | Вьетнам теле |
Һөнәр төрө | бхикшу, шағир, антивоенный активист, яҙыусы, монах, духовный учитель, религиовед |
Эшмәкәрлек төрө | Буддизм[7], Дзэн[7], движение за мир[d][7], активизм[d][7], веротерпимость[d][7], Кеше хоҡуҡтары[7], права животных[d][7] һәм вегетарианлыҡ[d][7] |
Уҡыу йорто | Принстонский университет[d] |
Сәнғәт йүнәлеше | Engaged Buddhism[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт |
plumvillage.org/fr/au-su… plumvillage.org/about/th… |
Тасуирлау биттәре | plumvillage.org/about/th… |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 497 753 |
Тхить Нят Хань Викимилектә |
Тхить Нят Хань 1926 йылдың 11 октябрендә Үҙәк Вьетнамда тыуған.
1960-сы йылдарҙа Сайгонда социаль ярҙам буйынса йәштәр мәктәбен ойоштора (SYSS). Был ойошма Вьетнам һуғышыы ваҡытында емерелгән ауылдарҙы, мәктәптәрҙе һәм дауаханаларҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә, йорт-ҡураһыҙ ҡалғандарға ярҙам итә.
Һуңыраҡ Америка Ҡушма Штаттарына күсә, унда Принстон университетында уҡый, артабан бер ни тиклем ваҡыт Корнелл и Колумбия университеттарында лекциялар уҡый.
1967 йылдың ғинуарында Мартин Лютер Кинг уны Нобель тыныслыҡ премияһына тәҡдим итә, әммә Тхить Нят Хань премияны ала алмай.
Хәҙерге ваҡытта Францияла урынлашҡан ҙур булмаған Plum Village («Деревня Слив») исемле будда коммуннаһында йәшәй, китаптар яҙа һәм баҡсасылыҡ менән булыша. Ваҡыт-ваҡыты менән төрлө илдәрҙә сәйәхәт итә. 1992 һәм 1994 йылдарҙа Рәсәйҙә лә була.
Вьетнам хөкүмәте 2005 һәм 2007 йылдарҙа илдә сәйәхәт итергә рөхсәт итә.
100-ҙән ашыу китап сығарған, шул иҫәптән инглиз телендә — 40-тан ашыу. Watkins' Mind Body Spirit журналы версияһы буйынса 2012 йылда хәҙерге заман 100 иң абруйлы рухи лидерҙар исемлегендә өсөнсө һәм 2013 йылда шул уҡ исемлектә икенсе була [11].
Тыныслыҡ өсөн беренсе аҙым – үҙенде ҡабүл итеү. Һеҙгә үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы. нисек бар, шулай ҡабүл итергә кәрәк.
Көнбайыштағы йәмғиәттә кешеләрҙең күбеһе икенселәр өсөн үҙгәрергә тырыша, әммә был уларға бәхет һәм тыныслыҡ килтермәй
Үҙ-үҙеңде ҡабул итергә өйрәнеү өсөн хәҙерге ваҡыт менән йәшәргә һәм тирә-яғындағы матурлыҡты күрергә кәрәк, тип аңлата Тхить Нят Хань.
Беҙ үҙебеҙ менән ризалыҡта булһаҡ, ара-тирәбеҙҙе тәрәнерәк аңлайбыҙ һәм ҡыуаныс, тыныслыҡ, мөхәббәт менән тулы булабыҙ.
Ара-тирәбеҙҙәге тормош мөғжизә менән тулы: ҡояш нуры, ағас япраҡтары, ҡарышлауыҡтар, сәскәләр, ямғыр тамсылары. Әгәр ҙә һеҙ аңлы йәшәһәгеҙ, әйләнә-тирәләге матурлыҡты һеҙгә күреүе еңел буласаҡ.
Һәр бер кеше — үҙе күп яҡлы мөғжизә. Беҙҙең тән тиребеҙҙең төҫө төрлөсә, күҙебеҙ күп төрлө төҫ күрә, ҡолағыбыҙ бал ҡортоноң осоуын ишетә, йөрәгебеҙ башҡа кешеләрҙең йөрәге менән унисонда тибә.
Арыған йәки тормош ауырлыҡтарын еңеп сағырға тырышҡан ваҡытта беҙ был мөғжизәләргә иғтибар итмәйбеҙ, ләкин улар һәр ваҡыт бар.
Шулай уҡ ул, үткәндәрҙе уйлағанда йәки киләсәккә пландар ҡорғанда, быны һөҙөмтәле эшләргә кәрәклеген аңлата.
Хәҙерге ваҡытта аяғығыҙҙа ныҡ баҫып торорға тырышығыҙ. Тик ошоноң менән генә һеҙ тормошта ысын бәхет һәм тормоштан ҡәнәғәтләнеү алырһығыҙ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.