төрлө өҫтәмәләр менән һөт ризыҡтарының туңдырылған татлы продукты From Wikipedia, the free encyclopedia
Туңдырма — һөткә, һөт өҫтөнә, ҡаймаҡҡа, майға, һутҡа еләк-емеш, шәкәр һәм башҡа тәм биреүсе матдәләр ҡушып, туңдырып эшләнгән татлы продукт[1].
Туңдырманың төрлөһө бар, мәҫәлән, крем-брюле йәки пломбир.
Туңдырма — юғары калориялы продукт, ҡайһы берҙәрендә 20 % май һәм 20 % углевод була. Был ризыҡтың ҡатырылғаны һәм йомшағы ла бар. Йомшаҡтары, ғәҙәттә, үлсәп һатыла һәм оҙаҡ һаҡланмай. Туңдырма ҡабының бер нисә варианты бар — вафлинан, ҡағыҙҙан һәм пластик стакандан эшләнгәне, таяҡҡа ҡуйылғаны, мөгөҙ һымаҡ һауыттағыһы, рулет, брикет, торт кеүек эшләнгәне һәм башҡа төрлөләре.
Кафе, ресторан һәм башҡа ерҙәрҙә туңдырма һатҡанда, уны йыш ҡына емеш-еләк, шоколад, вафли киҫәктәре менән биҙәйҙәр, сироп, шоколад, сәтләүек валсыҡтары һибәләр. Туңдырманан шулай уҡ, уға һөт, сироп ҡушып, миксерҙа туҡып, коктейль да яһайҙар
Башҡа төрҙәре:
Туңдырма— боронғо тәм-том. Туңдырманың килеп сығыу тарихы дүрт мең йылдан ашыу тип фаразлана.[2].
Беҙҙең эраға тиклем ике мең йыл элек үк Ҡытайҙа өҫтәлгә туңдырманы хәтерләткән, апельсин, лимон киҫәктәре, анар емеше ҡушылған десерттар ҡуйыла[2]. Беҙҙең эраға тиклем XI быуатта ғына «Ши цзин» китабында туңдырма эшләү рецебы һәм уны һаҡлау серҙәре асыла.
Һыуытылған шарап, һуттарҙы һәм һөтлө эсемлектәрҙе боронғо Грецияла ла файҙаланғандар.
Эскимос аш-һыуы Акутак — емештән, иттән, сусҡа майынан эшләнгән туңдырма..
Фалуде — туңдырманың тәүге билдәле өлгөһө беҙҙең эраға тиклем V быуатта барлыҡҡа килә. Ул туңдырылған ал һыу, лайм һуты һәм шулай уҡ, ҡайһы бер осраҡта, төйөлгән фисташканан эшләнгән була.
XIII быуатта Ҡытайҙан тәүге рецепт алып килеп, туңдырма менән Европаны Марко Поло таныштыра. Ул хатта боҙҙоң файҙалы сифаты тураһында китап та яҙа.
Туңдырма әҙерләү буйынса тәүге рецепт 1718 йылда Лондонда баҫылып сыға[3][4].
Хәҙерге вариантындағы туңдырма Рәсәйҙә XIX быуатта барлыҡҡа килә. Тәүге туңдырма фабрикаһы 1851 йылда АҠШ-тың Балтимор ҡалаһында эшләй башлай.
Ғәҙәттә туңдырма:
Заманса туңдырыу ысулдары барлыҡҡа килгәнсе, туңдырма айырым осраҡтарҙа ғына файҙалана торған үтә затлы ризыҡ һанала. Уны етештереү ҙә ҡатмарлы процесс була.
Өй шарттарында әҙерләү өсөн туңдырма эшләй торған махсус аппарат кәрәк.
Туңдырма ҡатышмаһы әҙерләү процессы түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.