From Wikipedia, the free encyclopedia
Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы (14 март 1909 йыл — 7 ноябрь 1981 йыл) — театр актёры. 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы | ||||
Тыуған ваҡыты: | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылы | |||
Вафат ваҡыты: | ||||
Вафат урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы | |||
Һөнәре: |
актёр | |||
Гражданлығы: | ||||
Әүҙем йылдары: |
1932-1981 | |||
Театр: | ||||
Наградалары: |
|
Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы Туҡаев 1909 йылдың 14 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.
1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын (М. А. Мәһәҙиев, В. Мортазин-Иманский курсы) тамамлай.
1930 йылда һәм 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 1930—1935 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. Театрҙа йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы, тәбиғәт күренештәрен, предметтәрҙе һүрәтләп, импровизация һәм яңы кәүҙәләнеш алыу оҫтаһы амплуаһына эйә була, ғәжәйеп образдар ижад итә.
Өфө ҡалаһында 1981 йылдың 7 ноябрендә вафат була.
Байрамғол («Ағиҙел ярында» — «На берегу Агидели» Р.Ниғмәти), Зәкирйән («Дауылға табан» — «Буре навстречу» Р. Ф. Ишмурат), Ябағаев («Айгөл иле»); рус.: Земляника («Тәфтишсе» — «Ревизор» Н. В. Гоголь), Телегин («Ваня ағай» — «Дядя Ваня» А. П. Чехов), Шадрин («Мылтыҡлы кеше» — «Человек с ружьём» Н. Ф. Погодин), Кәрим бай һәм Вафа («Башмағым»), Ҡалмантаев («Аҡ сирендәр» — «Белая сирень» Н.Асанбаев), Бальзаминов («Бальзаминовтың өйләнеүе» — «Женитьба Бальзаминова» А. Н. Островский), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»).
Өфөлә артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.