Туғылым
Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Туғылым ҡала округындағы ҡасабаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Туғылым ҡала округындағы ҡасабаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Туғылым (урыҫ. Тугулым)— Рәсәй Федерацияһының ҡала тибындағы ҡасабаһы. Ул — Свердловск өлкәһендәге Туғылым районы административ-территориаль берәмегенең һәм Туғылым ҡала округы муниципаль берәмегенең үҙәге.
Туғылым | |
Байраҡ[d] | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Туғылым ҡала округы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Туғылым ҡала округы[1] |
Халыҡ һаны | 5277 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 80 метр |
Почта индексы | 623650 |
Урындағы телефон коды | 34367 |
Туғылым Викимилектә |
Туғылым ҡасабаһы Көнсығыш идаралығы округының «Туғылым ҡала округы» муниципаль берәмегенең административ үҙәге Турин тигеҙлегенең урта өлөшөндә, Туғылым йылғаһы буйында (Пышма йылғаһының һул ҡушылдығы), Екатеринбург ҡалаһынан 248 км алыҫлыҡта (автотрасса буйынса 272 километр), Свердловск тимер юлының Екатеринбург — Төмән йүнәлешендә Туғылым тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта һәм Төмәндән көнбайышҡа табан 56 километрҙа урынлашҡан[3][4]. Ҡасаба аша Р351 Екатеринбург—Төмән федераль автотрассаһы (шулай уҡ Себер тракты тип тә атала).
2017 йылдың 1 октябренән өлкәнең 35-ОЗ законына ярашлы эшселәр ҡасабаһы ҡала тибындағы ҡасаба статусын ала[5].
Туғылым, Свердловск өлкәһе составында булыуына ҡарамаҫтан, Төмән өлкәһенә яҡын булғанға күрә, уның иҡтисади йоғонтоһонда тора, ғәмәлдә, уның иң яҡын ҡала яны булып иҫәпләнә. Хеҙмәт һәм башҡа төрлө миграция Екатеринбургҡа табан түгел, ә Төмән яғына әүҙемерәк бара.
С. У. Ремезовтың 1697—1711 йылдарҙа тултырылған һыҙмалар китабында Туғылым ауылы телгә алына. Атама, моғайын, себер татарҙары теленән алынғандыр, әммә тәүҙә ул йылға исеме булғанмы, әллә тораҡ пунты исемеме? Быныһы билдәһеҙ булып ҡала.
1920 йылға тиклем Туғылым Тубыл губернаһы составында була.
«Туғылым» атамаһы, һис шикһеҙ, төрки сығышлы. «Туғул» һүҙе көньяҡ ҡаҙаҡтарҙа тауҙар араһындағы уйпатлыҡты аңлата, йәғни географик термин булып тора.
Туғылым — «соҡор». Ҡасаба үҙәге түбәнерәк урынды биләй.
Туғылым — «балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү урыны». Иң ҙур Пышма йылғаһынан балыҡ тыныс йылғаға инә, тимәк, тәүҙә йылға исеме барлыҡҡа килгән, ярҙарындағы тораҡ пункттары һуңыраҡ барлыҡҡа килгән.
«Ҡатнаш», «ҡушылған». Туғылымда ямсылар, крәҫтиәндәр һәм башҡа ҡатлам кешеләре төпләнә.
Туғылым — ул ҡалын урманлы төбәк. Шуға туғын — туғынлау, йәғни туғын бөгөү һүҙе менән дә бәйле булыуы ихтимал[6].
1689 йылда Туғылым ауылы крәҫтиәндәренә һәм дәүләт хеҙмәтендә тороусы ҡатлам кешеләренә ошо ерҙе файҙаланыуға грамота бирелә. 1696 йылда Себер картографы һәм географы С. У. Ремезовтың һыҙма китабында Туғылым ауыл булараҡ телгә алына. 1712 йылда ямсы Г. Митрофанов Туғылым йылғаһы янында тире иләү оҫтаханаһын (кожевня) төҙөй.
1903—1860 йылда асылған Туғылым башланғыс училищеһы ике класлы итеп үҙгәртелә. 1924 йылда ауыл үҙәгендә Мәҙәниәт йорто асыла. 1926 йылда район дауаханаһы төҙөлә башлай. 1926 йылда почта бүлексәһе үҙ эшен башлай. 1927 йылда май заводына нигеҙ һалына. 1927 йылда изба-читальня (китапхана) асыла.
1930 йылда Туғылым леспромхозы ойошторола. 1931 йылда Туғылым халҡы йорттарына тәүге «Рекорд» радиорепродукторы ҡуйыла. 1932 йылда крәҫтиән йәштәре мәктәбе асыла. 1933 йылда сиркәү ябыла. 1934 йылда беренсе балалар баҡсаһы асыла. 1937 йылда беренсе тауышлы фильм күрһәтелә. 1931 йылда метеостанция төҙөлә. 1939 йылда Туғылым урта мәктәбенең тәүге сығарылышы була (15 кеше). 1940 йылда Пионерҙар йорто төҙөлә. 1950 йылда Мәҙәниәт йорто төҙөлә башлай. 1960 йылда район универмагы асыла. 1960 йылда урындағы радио эшләй башлай. 1960 йылда ете йыллыҡ музыка мәктәбе асыла.
1960 йылда беренсе телевизор һатып алына. 1961 йылда беренсе тапҡыр киң эранда кино күрһәтелә. 1962 йылда Туғылым ауылы эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә. 1965 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә һәйкәл асыла. 1966 йылда пар менән йылытылған 520 урынлыҡ яңы мәктәп асыла. 1973 йылда дарыухана бинаһы асыла. 1977 йылда яңы административ бина асыла. 1978 йылда И. И. Федюнинский иҫтәлегенә самбо көрәше буйынса беренсе өлкә турниры ойошторола. 1981 йылда район элемтә үҙәгенең яңы бинаһы асыла. 1985 йылда «Әкиәт» балалар комбинаты һәм яңы универмаг сафҡа инә.
1990 — Мәрхәмәт йорто асыла. 1994 йылда православие общинаһы булдырыла. 1997 йылда Туғылым сиркәүе эргәһендә балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе ойошторола. 1997 йылда телеретранслятор сафҡа индерелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.