Тура (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тура (себ.-тат Түре) (Тура (Оҙон) йылғаһының үрге ағымында) — Рәсәй Федерацияһының Свердловск һәм Төмән өлкәләрендәге йылға, Тубыл йылғаһының һул ҡушылдығы (Иртыш бассейны). Тура тигеҙлеге буйлап аға.
Тура | |
Һыу башы | Урал тауҙары |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Тубыл |
Ҡушылдыҡ | Салда[d], Тагил[d], Ница[d], Пышма[d], Багышевка, Сусатка, Погорелка, Пуреговка, Межница, Тегень, Санкина, Диановка, Захаровка, Турузбаевка, Выя, Выдра, Копланка, Налим, Коноваловка, Копанка, Айга, Кокузовка, Пихтовка, Косолманка, Цыганка, Таборинка, Сарагулка, Неромка, Маринка, Ахманка, Ис, Липка, Ялынка, Канырка, Отрадновка, Оло Именная, Кесе Именная, Морозовка, Кесе Налим, Кушва, Актай[d], Шайтанка[d], Шайтанка[d], Каменка[d], Тура[d], Бабарынка[d], Вязовка[d], Тюменка[d] һәм Мельничная река[d] |
Йылғалағы һыу ятҡылығы | Верхне-Туринское водохранилище[d] һәм Верхотурское водохранилище[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Тобола[d] |
Һыу сығымы | 202,7 м³/с |
Бассейн майҙаны | 80 400 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе һәм Төмән өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 1030 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Туры[d] |
Тура Викимилектә |
Оҙонлоғо — 1030 килеметр, бассейны майҙаны — 80 400 км2[1]. Тамағынан 635 км алыҫлыҡта суднолар йөрөй. Башланған урынында бейеклеге — 416 м[2]. Тамағында бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 42,2 м[3]. Тамағынан 184 км өҫтәрәк уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 202,7 м3/с.
Йылға Хребет-Уральский тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 километр алыҫлыҡта бер нисә бәләкәй йылғаның ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[4]. Йылға башы (51 %) ҡуйы урман менән ҡапланған, өҫкө өлөшөндә кристалл тау тоҡомдары ята, үрге, түбәнге ағымында ултырмалар күп.
Үрге ағымында йылға үҙәне тар, битләүҙәре текә, йылға төбө һикәлтәле. Түбәнге ағымы талғын. Үрге ағымында ағым тиҙлеге — 2,0—2,5 м/секундтан ашыу һәм 1,5 м/с түбәнге ағымында[4].
Тура ноябрь айында туңа, апрелдең икенсе ун көнлөгө башында әрселә башлай. Айырым йылдарҙа яҙын боҙ тығындары барлыҡҡа килә. Йылға һыуы күбеһенсә ҡар һәм ямғыр һыуҙарынан тулылана. Ташҡын оҙайлы (2,5 ай) ваҡыт дауам итә. Йылға кимәле ҡырҡа күтәрелә һәм һыу бик әкрен ҡайта. Бер йылда һыу кимәле 4 метрҙан 6,6 метрға тиклем күтәрелә[4].
Төбәктең башҡа күп кенә йылғалары кеүек үк, йылғаның һыу режимы дүрт фазаға бүленә:
(тамағынан иҫәпләнә)
Төп ҡушылдыҡтары: Салда, Тагил, Ница, Пышма, Актай, Ис.
Ермактың Себер ханлығын яулап алыуы Туранан башлана. Билдәле булыуынса, йылға буйлап Бабиновка (йәки Ғәли йәнәптәренең) юлы һалына.
Бассейн яҡшы итеп үҙләштерелгән. ҮргеТура, Түбәнге Тура, Верхотурье, Туринск һәм Төмән ҡалалары ошо йылға ярында урышланҡан. Тура Төмәнде һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу алыу сығанағы булып тора[5].
Бассейндың өҫкө өлөшөндә баҡыр, тимер мәғдәне, алтын һәм платина ятҡылыҡтары урынлашҡан. Ошо ятҡылыҡтар булыу сәбәпле эшләгән сәнәғәт предприятиелары йылға бысратыусы сығанаҡтарының береһе булып тора.
Йылғала майҙаны 23 кв. километрға еткән Верхотур гидроэлектростанцияһы бар. Уларҙы төҙөү йылғала һыу режимының үҙгәреүенә килтергән[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.