Туй
From Wikipedia, the free encyclopedia
Туй, туй йолаһы — никахты рәсмиләштереүсе ғаилә йолаларының (ритуалдар) береһе.[1] Уның социаль әһәмиәте яңы ғаилә ҡороуға, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыуға, ғаилә-йәш статусын үҙгәртеүгә һәм никахлашыусыларҙың статусын асыҡтан-асыҡ таныуға ҡайтып ҡала. Иң ҡатмарлы ойошторолған йолаларға ҡарай. Унда тел, фольклор-шиғриәт, йола, музыка, һынлы сәнғәт һәм башҡа пландар берләшә[2]. Күп кенә халыҡтарҙа туй кәләштең ата-әсәләр йортонан кейәү йортона күсенеүен, бүләктәр менән алмашыуҙы, өҫтәлде һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала. Туй менән бөтә халыҡтарҙың да бик күп инаныу, билдәләр һәм йолалар бәйле. Диндарҙарҙың туйы дини йолалар менән оҙатыла (христианлыҡта венчание, исламда никах һәм башҡалар). Рәсәйҙә, туй һуңғыһына тулы юридик көс биреүсе никахҡа инеүҙең аҙаҡҡы акты булды..[3]