Трускавец курорты
Украинаның Львов өлкәһендәге өлкә әһәмиәтендәге ҡала, бальнеологик курорт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Трускавец (укр. Трускаве́ць) — Украинаның Львов өлкәһендәге өлкә әһәмиәтендәге ҡала, бальнеологик курорт[6].
Трускавец курорты | |
укр. Трускавець | |
Флаг[d] | Герб[d] |
Рәсми атамаһы | Трускавець |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ үҙәге | Q11700796? һәм Трускавецкая городская община[d] |
Административ-территориаль берәмек | Дрогобычский район[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 28 287 кеше (1 ғинуар 2022)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 400 метр |
Туғандаш ҡала | Пшемысль[d][2], Цхалтубо[2], Ясло[d][3], Дзялдово[d][2], Унеюв[d][4][2], Лудза[d][2], Даугавпилс, Друскининкай[d][2], Долны Кубин[d][2], Славянск[d][2], Ватлинген[d][5], Лиманова[d], Аннополь[d][2], Дембица[d] һәм Закликув[d] |
Майҙан | 70 км² |
Почта индексы | 82200 |
Рәсми сайт | truskavets-city.gov.ua |
Трускавец курорты Викимилектә |
Украина Карпаттары тау итәктәрендә, 400 м бейеклегендә, Львовтан көньяҡҡа табан 84 км, Дрогобычтан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Дрогобыч станцияһынан тимер юл тармағының аҙаҡҡы станцияһы,Киевтан, Днепрҙан поезд, Львовтан электричкалар һәм автобустар.йөрөй.
XIX быуаттан башлап үҙенең шифалы сығанаҡтары һәм реабилитация үҙәктәре менән билдәле. 500-1000 урынлыҡ яҡынса 20 шифахана, поликлиника, һыу менән дауалау урындары водолечебница, бик күп ваҡ шәхси пансионаттар. Ҡаланы бер километр радиуслы, 7,4 км оҙонлоғондағы (үҙәктән йәйәү 15 минут) ҡулса автомобиль юлы уратып алған. Ҡала ситендә быуылған шишмәләрҙән яһалма өс һыу ятҡылығы булдырылған. Тау битләүҙәрендә — ҡатнаш урман (имән, бук, аҡ шыршы, шыршы (смерек) һ. б.)
Халыҡтың даими һаны — яҡынса 29 500 кеше. Курортта ял итеүселәр һаны ай һайын уртаса 13 000 кеше тәшкил итә. СССР тарҡалғандан һуң, элекке республикаларҙан ял итеүселәр һаны күпкә кәмей ял йылға; «чернобыль балалары»н ял иттереүҙә әүҙем файҙаланыла.