![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/b8/Lagrange_very_massive.svg/langba-640px-Lagrange_very_massive.svg.png&w=640&q=50)
Троя астероидтары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Троя астероидтары — LДүрт һәм LБиш Лагранж нөктәләре тирәһендәге, һәм, тимәк, улар теләһә ниндәй планетаның йәки юлдаштарҙың 1:1 орбиталь резонансындағы астероидтар төркөмө.
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/b8/Lagrange_very_massive.svg/320px-Lagrange_very_massive.svg.png)
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f6/InnerSolarSystem_ru.png/640px-InnerSolarSystem_ru.png)
Ошо типтағы астероидтар тәүге тапҡыр Юпитер эргәһендә табыла. Был астероидтар Илиадала һүрәтләнгән Троя һуғышыперсонаждарының исемдәре менән атала.
Юпитерҙан тыш башҡа планеталарҙа ла троя астероидтары булыуы билдәле: Марс эргәһендә — 9, Нептун янында — 28, Уран менән Ер эргәләрендә 1-әр[1][2]. Шулай уҡ Сулпан (Венера) эргәһендә ваҡытлы троя юлдашының булыуы билдәле. Бынан тыш, Сатурндың ике юлдашы — Тефия һәм Диона эргәләрендә, үҙ сиратында, икешәр троя юлдашы бар.
2020 йылдың февраленә Ҡояш системаһында 7681 ошондай астероид асыла, шуларҙың 7642-һе — Юпитер орбитаһында.
NASA троя астероидтарын Люси (исем — инә австралопитек Люсиҙың исеменән) автоматик планета-ара станцияһы ярҙамында тикшерергә ниәтләй, 2021 йылдың 16 октябрендә уны осороу уңышлы башҡарыла[3]. Был автоматик планета-ара станцияһының астероидтарҙың төп билбауы аша осоп үтеүе 2025 йылға билдәләнгән. «Люси» 2027 йылдан 2033 йылға тиклем Юпитерҙың 6 троя астероидын тикшерәсәк. Миссияны Плутонды тикшергәндә файҙаланылған «Новые горизонты» аппаратында ҡулланылған Ralph һәм LORRI инструменттарының яңы версияһы менән ҡоралландырыу планлаштырыла, шулай уҡ Ер тирәһендә әйләнгән (101955) Бенн «OSIRIS-REx» астероиды менән башланған миссиянан OTES приборының эш тәжрибәһе лә иҫәпкә алынасаҡ[4].