Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы
Ҡаҙағстан Президенты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡасым-Йомарт (Юмарт) Кемел улы Тоҡаев (Туҡаев) (рус. Касы́м-Жома́рт Кеме́левич Тока́ев)[3] (ҡаҙ. Қасым-Жомарт Кемелұлы Тоқаев; 17 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (70 йәш), Алматы) — Ҡаҙағстан Республикаһының икенсе президенты. (2019 йылдың 20 мартынан[4] 2020 йылда үтәсәк нәүбәттәге һайлауға тиклем ул Президет вазифаһын ваҡытлыса башҡарасаҡ тип уйланыла ине[5]).
2019 йылдың 9 июнендә Ҡаҙағстан Республикаһында президет һайлауы үткәрелде. Унда Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы күпселек тауыш йыйҙы[6]
Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Ҡаҙағстандың дәүләт эшмәкәре, совет һәм ҡаҙаҡ дипломаты булараҡ билдәле. Ҡаҙағстан Республикаһының Парламент сенаты Рәйесе (2013 йылдың 16 октябренән 2019 йылдың 20 мартына тиклем). БМО-ның Женевалағы бүлексәһе (United Nations Office at Geneva) генераль директоры (12 март, 2011 — 16 октябрь, 2013). Ҡаҙағстан Республикаһының Премьер-министры (октябрь 1999 — ғинуар 2002). Ҡаҙағстан Республикаһының Сит ил эштәре министры (1994—1999, ғинуар 2002 — ғинуар 2007). Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе. Сәйәси фәндәр докторы. Полиглот.