From Wikipedia, the free encyclopedia
Томас де Торквемада[2], йәки Торкема́да[3] (исп. Tomás de Torquemada; 14 октябрь 1420, Торкемада[d], Королевство Кастилия[d], Королевство Кастилия и Леон[d] или Вальядолид[d], Королевство Кастилия[d], Королевство Кастилия и Леон[d] — 16 сентябрь 1498[4] (77 йәш), Авила[d], Королевство Кастилия[d], Королевство Кастилия и Леон[d]) — Испания инквизияһына нигеҙ һалыусы, Испанияның беренсе бөйөк инквизиторы. Испанияла маврҙарҙы һәм йәһүдтәрҙе эҙәрләү инициаторҙарының береһе булған[5].
Томас де Торквемада | ||||
Хасринта | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
21 февраль 1483 — 16 сентябрь 1498 | ||||
Монарх: | Изабелла I Кастилиялы Фердинанд II Арагонлы | |||
Алдан килеүсе: | вазифа барлыҡҡа килгән | |||
Дауамсы: | Диего де Деса | |||
Дине: | католицизм | |||
Тыуған: | 14 октябрь 1420 Вальядолид (Кастилия)[1] | |||
Үлгән: | 16 сентябрь 1498 (77 йәш) Авила | |||
Ерләнгән: | Авила[d] | |||
Белеме: | Саламанка университеты | |||
Томас де Торквемада Испанияның Вальядолид ҡалаһында тыуған. Суҡындырылған йәһүдтәрҙең нәҫеленән булған кардинал Хуан де Торквемаденың ҡустыһының улы булған. Ошо дәүерҙең тарихсыһы Эрнандо дель Пульгар кардинал Хуан де Торквемада хаҡында былай тип яҙа: «уның ҡартатаһы менән өләсәһе беҙҙең изге католик динебеҙгә күскәндәрҙән булды». Шулай уҡ Хуан исемен йөрөткән Томас Торквемаданың атаһы доминикан орденының вәкиле булған, Констанц соборында (юғары христиан руханиҙары йыйылышында) ҡатнашҡан.
Дини тәғлимәт буйынса белем алып һәм аскетлыҡ һәләте менән айырылып торған Торквемада доминикан орденына инә. 1459 йылда Сеговиялағы төп монастырҙарҙың береһе — Санта-Крус ла Реал монастыры приоры, һуңынан Кастилия короллеге инфантаһы Изабелланың руханиһы була. Ул уны тәхеткә ултыртыуға һәм Арагон короле Фердинанд II менән никах төҙөүгә булышлыҡ иткән. Торквемада король Фердинандҡа ла ҙур йоғонто яһаған. Ҡаты һәм көслө характерлы булыуы, дини энтузиазмы һәм дини уҡымышлылығы арҡаһында үҙенең йоғонтоһона хатта Рим папаһын буйһондора. 1478 йылда, Фердинанд һәм Изабелланың үтенесе буйынса, Сикст IV Испанияла инквизияның изге канцелярияһы трибуналына нигеҙ һала, ә 1483 йылда Торквемаданы бөйөк инквизитор итеп тәғәйенләй.
Испанияны дини һәм сәйәси яҡтан берләштереү — Торквемаданың төп бурысы булған. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн ул инквизия эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороп, киңәйткән[6]. 1483 йылда Торквемада — Кастилия һәм Арагондың, ә 1486 йылда Валенсия һәм Каталонияның бөйөк инквизиторы итеп тәғәйенләнә. Ул дәүерҙең йылъяҙмасыһы Себастьян де Ольмедо уны «еретиктар сүкеше, Испания яҡтылығы, үҙ илен ҡотҡарыусыһы, үҙ орденының намыҫы» тип атай. Испанияның «ҡара легендаһының» бер өлөшө булараҡ Торквемада исеме аяуһыҙ дини фанатикты билдәләү өсөн ҡулланылған.
Испаниянан йәһүдтәрҙе (1492) һәм уның үлеменән һуң маврҙарҙы (1502) ҡыуып сығарыу, шулай уҡ инквизия менән хөкөм ителгәндәрҙең мөлкәтен тартып алыу. Торквемада ваҡытында аутодафеның дөйөм һаны 2200 тип баһалана[7]. Ересь (Бидғәт) пропагандаһын булдырмаҫ өсөн, бөтә Европала кеүек үк, Торквемада католиктарҙыҡы булмаған әҙәбиәтте, башлыса йәһүд һәм ғәрәп китапханаларындағы китаптарҙы яндырырға ҡушҡан. Инквизицияның беренсе тарихсыһы Хуан Антонио Льоренте раҫлауынса, Торквемада Изге Канцелярияны етәкләгән ваҡыт арауығында хәҙерге Испания биләмәһендә донъяуи властар тарафынан 8800 кеше тереләй яндырылған, 6500-ҙө үлгәндән һуң, йәки ҡасҡандарҙың шартлы һындары яндырылған һәм 27000 кеше төрлө язаларға тарттырылған (күп тарихсылар был һандарҙы юғары тип иҫәпләгән, ә Льоренте киреһенсә уларҙы түбән тип һанаған).
Торквемаданың сәйәсмән булараҡ эшмәкәрлеге арҡаһында, Кастилия һәм Арагон короллектәре Испания берҙәм короллегенә берләштереү мөмкин булды. Һуңынан Испания Европалағы иң ҡеүәтле дәүләттәрҙең береһенә әүерелә, ул Яңы Донъяны колониялаштырыуға нигеҙ һалған һәм бөтә Латин Америкаһының «мәҙәни матрицаһы» булып тора. Әлеге көнгә тиклем Латин Америкаһы илдәрендә бер идиома бар, уны «Ватан әсәй» (мать-отечество) тип тәржемә итергә мөмкин. Был һүҙ Испанияны аңлата.
Бөйөк инквизитор вазифаһында 15 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Торквемада 1498 йылда Авила ҡалаһында изге Фома Аквинский монастырында вафат булған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.