Ти́са (укр. Тиса, мадьярса  Tisza, словак. Tisa, сер. Тиса) — үҙәк Европалағы йылға, Дунай йылғаһының иң оҙон һул ҡушымтаһы.

Ҡыҫҡа факттар Тиса, Характеристика ...
Тиса
Thumb
Тиса Сегедала
Характеристика
Оҙонлоғо 965 км
Бассейн 157 186 км²
Һыу сығымы средний: 800 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Аҡ Тиса менән Ҡара Тиса
 · Урынлашыуы Горганы, Украина
 · Бейеклеге 445 м
 · Координаталар 48°04′29″ с. ш. 24°14′40″ в. д.HGЯO
Тамағы Дунай
 · Урынлашыуы Нови-Садянында
 · Бейеклеге 75 м
 · Координаталар 45°08′09″ с. ш. 20°16′20″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Дунай Ҡара диңгеҙ

Илдәр Украина Украина, Румыния Румыния, Венгрия Венгрия, Словакия Словакия, Сербия Сербия
Thumb
Точка
инеше
Точка
тамағы
Тиса Викимилектә
Ябырға

СССР ваҡытында Тиса йылғаһы матбуғатта Тисса тип күрһәтелә (мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һуғыш тураһында мәғлүмәттәрҙә һәм һуғыштан һуң, шул иҫәптән, 1958 йылда "«Тисса өҫтөнән» («Над Тиссой») фильмы төшөрөлә.

Тиса үҙенең башын Украинаның Закарпатье өлкәһенең көнсығышында ала. Тисаны Рахова ҡалаһы янында Ҡара Тиса Һәм Аҡ Тиса булдыралар. Ҡара Тиса йылғаһының инеше Свидовец тау һыртының төньяҡ — көнсығыш һөҙәклөгендә диңгеҙ кимәленән 1400 м бейеклектә ята. Аҡ Тиса Черногоры массивының көньяҡ — көнбайыш һөҙөклөгендә диңгеҙ кимәленән 1650 м бейеклектә башлана .

Украина сиктәрендә Тисаның оҙонлоғо 201 км тәшкил итә. Айырым урындарында Тиса Украина менән Румыния араһындағы сикте, артабан шулай уҡ Украина менән Венгрия араһын да, билдәләй. Һыуҙарын йылға Сербия территорияһында Дунайға ҡоя.

Тиса йылғаһы ярҙарында Рахов, Тячев, Хуст, Чоп (Украинала); Сигету — Мармацией (Румынияла); Домбрад, Токай, Сольнок, Сегед (Венгрияла) ҡалалары урынлашҡан.

1973 йылда йылғала Тиса (Кишкерей) һыуһаҡлағысы төҙөлә.

Ҡушылдыҡтары

  • Уң ҡушылдыҡтары: Косовская (41 км), Тересва (56 км), Теребля (91 км), Рика (92 км), Боржава (106 км), Бодрог (188 км), Слана менән Горнад, Эгер (291 км), Задьва, Егричка, Кёрёш.
  • Һул ҡушылдыҡтары: Висеуал, Иза, Сомеш, Кёрёш, Муреш, Бега, Батар, Красна, Москва.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Бая — Марҙа цианидтың йылғаға эләгеүе

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • СССР-ҙың өҫтә ятҡан һыуҙар ресурстары. Йылғалар һәм күлдәр тасуирламаһы һәм уларҙың төп характеристикалары режимы иҫәпләнеше.әр — Т. 6. Украина һәм Молдавия. Сығ.. 1. Көнбайыш Украина һәм Молдавия (Днестр бассейнынан тыш). — Л., Гидрометеоиздат, 1978. — 47-57 бит.

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.