Тирә-яҡ мөхит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тирә-яҡ мөхит — берәй урындағы тәбиғәт шарттарын һәм экологик халәтен ҡылыҡһырлаған дөйөмләштерелгән төшөнсә. Ғәҙәттә, мөхиттең организм (кеше, хайуан һәм башҡалар) менән, тере һәм йәнһеҙ тәбиғәт объекттары менән мөнәсәбәткә ингән бер өлөшө итеп ҡарала.
Тирә-яҡ мөхит | |
Ҡайҙа өйрәнелә | экология, экологическая экономика[d], география һәм экосоциология[d] |
---|---|
Тирә-яҡ мөхит Викимилектә |
"Тирә-яҡ мөхит" һүҙтеҙмәһе, ҡағиҙә булараҡ, Ер өҫтөндәге тәбиғәт шарттары, уның глобаль һәм локаль экосистемаһы торошо һәм кеше менән үҙ-ара мөнәсәбәткә бәйле ҡулланыла. Шул мәғәнәлә халыҡ-ара термин булараҡ ҡулланыла[1].
Хәҙерге дәүерҙә кешенең эшмәкәрлеге үҙ эсенә бөтә географик тышлыҡты алған, бының дәүмәле хәҙер глобаль масштабтағы тәбиғәт процестары хәрәкәте менән сағыштырып була һәм тирә-яҡ мөхит торошона кире йоғонто яһай[1].Тирә-яҡ мөхит — йәшәү мөхите һәм кешелектең эшмәкәрлеге, тәбиғәтте һәм антропоген мөхитте лә индереп, кешеләрҙе уратып алған бөтә донъя ул [1].
БМО сиктәрендә махсус төҙөлгән ойошма — тирә-яҡ мөхит буйынса БМО программаһы (ингл. UNEP) бар. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында БМО Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө иғлан итте.