Тибет буддизмы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тибет буддизмы (ламаизм[1]) — буддизмдың махаяна һәм ваджраянаға ҡараған тармағы. Тибетта (Гималай тауҙары менән йәнәш), Бутан, Монголия, Бүрәт Республикаһы, Ҡалмыҡ Республикаһы, Тыва Республикаһы һәм башҡа өлкәләрҙә тарала.
Тибет буддизмы — махаянаның, шул иҫәптән Һиндостанда барлыҡҡа килгән ваджраянаның фәлсәфәүи тәғлимәттәре һәм медитатив традициялары йыйылмаһы, әммә урта быуаттарҙа һәм хәҙерге заманда Тибетта һәм күрше территорияларҙа үҫешкән. Шул уҡ ваҡытта Тибетта һәм сиктәш территорияларҙа һуңынан Һиндостанда (яңы эраның унынсы быуатынан һуң) юғалған күп кенә будда традициялары һәм тәғлимәттәре (сутра һәм тантра аутентик текстары ла) һаҡлана һәм үҫтерелә.
Тибетта (һәм өлөшләтә башҡа төбәктәрҙә) традицион тибет буддизмының хас һыҙаттарының береһе — будда тәғлимәтен (Дхарма), дини һәм донъяуи власты күренекле будда эшмәкәрҙәренең «яңынан тыуыу» (тулку) традициялары сиктәрендә тапшырыу. Үҫеше барышында был идея Далай-лама институтында рухи һәм донъяуи властың берләшеүенә килтерә.
Тибет буддизмында ламаның (санскритта — гуру) үҙенсәлекле «культы» ҙур әһәмиәткә эйә, уның ярҙамынан тыш практика (садхана) йыш ҡына һөҙөмтәһеҙ була, тип һанала. Тибет буддизмы мәктәптәренең һәр береһендә лама иерархияһы бар.