From Wikipedia, the free encyclopedia
Технеций (лат. Technetium, Tc) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 7-се төркөм химик элементы. Тәртип номеры - 43.
Технеций | |
Масса | 97,907 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | техника |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Сегре, Эмилио Джино[d] һәм Carlo Perrier[d] |
Асыу датаһы | 1937 |
Табылыу урыны | Италия |
Элемент символы | Tc[2] |
Химик формула | Tc[1] |
Каноническая формула SMILES | [Tc][1] |
Атом һаны | 43[3] |
Электронная конфигурация | [Kr] 4d⁵ 5s² |
Электр кирелеге | 1,9 |
Ионный радиус | 0,65 ангстрем[4] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 4[5], 6[5] һәм 7[5] |
Иреү температураһы | 2170 ± 1 °C |
Таксонда бар | Paris polyphylla var. chinensis[d][6] |
Технеций Викимилектә |
43 | Технеций |
97,907 | |
4d65s1 |
Ябай матдә технеций — радиоактив күсемле металл, көмөшһыу-һоро төҫтә. Тотороҡло изотоптары булмаған иң еңел элемент. Иң беренсе синтезланған химик элемент.
Технеций элементының символы - Tc (Технеций тип уҡыла).
Технеций 1937 йылда Перрье һәм Сегре тарафынан асыла.
1860-1871 йылдарҙа Дмитрий Менделеев тәҡдим иткән периодик таблицаның иң тәүге өлгөләрендә молибден (42-се элемент) һәм рутений (44-се элемент) араһында буш урын ҡала. 1871 йылда Менделеев был табылмаған элемент марганец аҫтындағы буш урынды аласаҡ һәм шундай уҡ химик үҙенсәлектәргә эйә буласаҡ тип фаразлай. Менделеев уға ekamanganese тип исем бирә тора (eka-, санскритса "бер үҙе" һүҙенән), сөнки фаразланған элемент билдәле марганец элементынан аҫтараҡ бер урында торорға тейеш була.
Атом физикаһы ((ядерная физика ) үҫешеү менән, ни өсөн техниций тәбиғәттә табылмауы асыҡлана: Маттаух-Щукарев ҡағиҙәһе буйынса, был элементтың тотороҡло изотоптары юҡ.
Технеций АҠШ-та Лоуренс исемендәге Милли лабораторияла дейтерий ядроһы тиҙләткес-циклотронында молибден сәбенән синтезланган, ә унан һуң Италияла Палермола табылған: 1937 йылдың 13 июнендә Италия тикшеренеүселәре К. Перрье һәм Э. Сегре «Nature» журналында әлеге сәптә 43-сө номерлы элемент барлығын күрһәтә[7].
Атама бор. грек. τεχνητός — яһалма тигәнде аңлата, "пионер", йәғни, тәүге булып элементтың синтез юлы менән асылғанын сағылдыра. «Технеций» исемен яңы элементҡа уны асҡан ғалимдар Перрье һәм Э. Сегре 1947 йылда тәҡдим итә[8][9].
Ерҙә уран мәғдәненең эҙҙәрендә осрай, 1 кг уранға 5·10−10 г тура килә.
Спектроскопия ысулдары менән Андромеда һәм Кит йондоҙлоҡтарында ҡайһы бер йондоҙҙарҙың спектрҙарында техниций булыуы асыҡланған (техниций йондоҙҙар) (технециевые звезды).
Ядро медицинаһында баш мейеһе, йөрәк, ҡалҡан биҙе, үпкә, бауыр, үт ҡыуығы, бөйөр, һөлдә һөйәге, ҡан, шулай уҡ шештәрҙе өйрәнеү һәм диагностикалау өсөн киң ҡулланыла [10].
Пертехнетаттар (технеций кислотаһы тоҙо HTcO4) коррозияға ҡаршы үҙенсәлеккә эйә, сөнки TcO 4− ионы тимер һәм ҡорос өсөн иң һөҙөмтәле коррозия ингибиторы булып тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.