From Wikipedia, the free encyclopedia
Терракота (итал. terra — ер, балсыҡ һәм cotta — яндырылған) — төҫлө балсыҡтан яһалған көпшәк төҙөлөшлө керамик әйберҙәр. Көнкүрештә һәм төҙөлөштә ҡулланыла. Терракотанан һауыт-һаба, ваза, скульптура, уйынсыҡтар, сынаяҡ, кирбес, кафель, черепица, архитектура элементтарын яһайҙар. Терракотаны, яндырылғас бөртөклө йәки ялтырауыҡ төҫ ала торған, балсыҡтың масхус сорттарынан яһайҙар. Төҫө ҡуйы-көрөн, ҡыҙыл-көрән, аҡһыл һарғылт булырға мөмкин.
Терракота барлыҡ неолит мәҙәниәтендә таралған булған. Бронғо Греция, Этрусктар, Боронғо Ҡытай, Боронғо Һиндостан һәм Боронғо Америкала саркофагтар, статуялар, боронғо архитектура элементтарын терракотанын яһағандар.
Ҡытайҙа табылған Цинь династияһынаң Терракотанан яһалған армияһы был мәҙәниәттең сағыу миҫалы.
Урта быуаттарҙа терракота Урта Азия, итальян архитектура-төҙөлөш сәнғәтендә, Яңырыу осоро архитектура элементтарында ҡулланыла.
Рәсәйҙә аритектурала терракота ҡулланыу Кмев Русе осронда уҡ билдәле булған.
XV быуатта кирбес биналарҙың фасадтарын биҙәгәндәр. Совет төҙөлөшөндә 1950 йылдарҙа терракота тышлан биҙәү, көпләү эшендә киң ҡулланыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.