Темпл Ширли
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ширли Темпл, шулай уҡ Шерли Темпл[4](ингл. Shirley Temple; 23 апрель 1928(19280423) — 10 февраль 2014) — Америка актрисаһы, сәйәсмән. Кино тарихында тәүге бала-актёр, 1934 йылда «Академияның Йәштәр наградаһын» алыусы («Оскар» премияһын алыусы иң йәш кеше). 1930 йылдарҙа балалар роле буйынса билдәле. Ширли Темпл Бөйөк депрессия ваҡытында иң юғары хаҡ алыусы АҠШ актрисаларының береһе. Актёрлыҡ карьераһы тамамланғандан һуң ул сәйәсәт менән шөғөлләнә, күренекле дипломат һәм Америка илсеһе булып китә.
Темпл Ширли | |
ингл. Shirley Temple | |
Тыуған көнө |
23 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3][…] |
---|---|
Вафат көнө |
10 февраль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2][3][…] (85 йәш) |
IMDb | |
Темпл Ширли Викимилектә | |
Америка кино сәнғәте институты уны 100 йыл эсендәге кино йондоҙҙары исемлегендә 18-се урынға ҡуя. Хәҙерге кино белгестәре тарафынан ул бөтә ваҡыттарҙың иң популяр балалар актрисаһы тип иҫәпләнә. 1960-сы йылдар башында актёрлыҡ карьераһын тамамлай, ғүмеренең аҙағына тиклем Калифорнияның кескенә Вудсайд[en] ҡалаһынды йәшәй.