From Wikipedia, the free encyclopedia
Теллур (лат. Tellurium, Te) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 16-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 52.Металлоид.
Теллур | |
Масса | 127,6 ± 0,03 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Теллус[d][2] |
Грозящая опасность | tellurium exposure[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Мюллер, Франц Йозеф[d][3] |
Асыу датаһы | 1783[3] |
Элемент символы | Te[4] |
Химик формула | Te[5] |
Каноническая формула SMILES | [Te][5] |
Атом һаны | 52[6] |
Электр кирелеге | 2,1 |
Ионный радиус | 2,21 ангстрем[7], 0,66 ангстрем[7], 0,97 ангстрем[7], 0,43 ангстрем[7] һәм 0,56 ангстрем[7] |
Тығыҙлыҡ | 6,24 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр |
Иреү температураһы | 842 ± 1 ℉ |
Ҡайнау нөктәһе | 1814 ± 1 ℉ |
Давление пара | 0 ± 1 mm Hg |
PGCH коды | 0587 |
Временное среднее значение предела допустимого воздействия | 0,1 ± 0,1 mg/m³ |
IDLH | 25 ± 1 mg/m³ |
Таксонда бар | Paris polyphylla var. chinensis[d][8] |
Теллур Викимилектә |
Теллур элементының символы — Te (Теллур тип уҡыла).
Теллур 1782 йылда Франц Йозеф Мюллер тарафынан асыла.
Трансильванияла алтын мәғдәне ятҡылыҡтары тау инспекторы булып эшләп йөрөгән Йозеф Франц Мюллер (аҙаҡ ул барон фон Райхенштейн булып йөрөй) Австро-Венгрия территорияһында яңы элемент таба. 1798 йылда Мартин Генрих Клапрот теллурҙы айырып ала һәм уның мөһим үҙенсәлектәрен билдәләй.
Латинса tellus, эйәлек килештә telluris, Ер тигәндән алынған исемде Мартин Клапрот тәҡдим иткән[9][10].
Ер ҡабығындағы ауырлығы күләме 1·10−6 % тәшкил итә. 100-гә яҡын теллур минералдары билдәле. Иң йыш осрай торған теллуридтар — баҡыр, ҡурғаш, цинк,көмөш һәм алтын теллуридтары . Теллурҙың изоморф ҡатнашмалары сульфидтарҙа күп күҙәтелә .Минералдар араһында теллур айырым әһәмиәткә эйәләре: алтаит (PbTe), сильванит (AgAuTe4), калаверит (AuTe2), гессит (Ag2Te), креннерит [(Au, Ag)Te], петцит (Ag3AuTe2), мутманнит [(Ag, Au)Te], монбрейит (Au2Te3), нагиагит ([Pb5Au(Te, Sb)]4S5), тетрадимит (Bi2Te2S). Теллурҙың кислородлы берләшмәләре осрай, мәҫәлән, ТеО2 — теллур охраһы.
Теллур һәм уның осоусан берләшмәләре ағыулы. Организмға эләккәндә күңел болғаныуы, бронхит, пневмония (үпкә ялҡынһыныуы) килтереп сығара. Һауалағы ПДК-һы төрлө ҡушылмалар өсөн 0,007-0,01 мг/м³, һыуҙа 0,001-0,01 мг/л миҡдарында тирбәлә. Теллурҙың канцерогенлығы раҫланмаған[11]..
Ағыуланған осраҡта, теллур организмдан бик насар еҫле теллур ҡушылмалары формаһында сығарыла. Уларҙың еҫе һарымһаҡҡа оҡшаған, шуға күрә организмға ҙур булмаған күләмдә теллур ингәндә лә, кеше һулышынан һарымһаҡ еҫе сыға башлай, һәм был теллур менән ағыуланыуҙың мөһим билдәһе[12][13][14].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.