Тезаурус
мәғәнә буйынса төркөмләнгән терминдар белешмәһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Теза́урус (от грек. θησαυρός «хазина») дөйөм алғанда — махсус терминология. Махсус белем йәки эшмәкәрлек өлкәһе төшөнсәләрен, билдәләрен һәм терминдарын тулыһынса үҙ эсенә алған һүҙлек, мәғлүмәттәр йыйылмаһы, корпус йәки йыйылма ҡәтғиерәк һәм ентеклерәк, был дөрөҫ лексик, корпоратив коммуникацияға (бер дисциплина йәки һөнәр менән бәйле кешеләрҙең аралашыуын һәм үҙ-ара бәйләнешен аңлауына) булышлыҡ итергә тейеш; хәҙерге лингвистикала — семантик мөнәсәбәттәр (төшөнсәләр, антонимдар) күрһәтелгән махсус һүҙлек төрө.Тезаурустар айырым предмет өлкәләрен тасуирлау өсөн тәьҫирле ҡоралдарҙың береһе булып тора.
Тезаурус | |
ингл. linguistic thesaurus[1][2][3][…] | |
Кем хөрмәтенә аталған | Тезаурус Роже[d] |
---|---|
Модель элементы | Тезаурус Роже[d][4][5][6] |
Өлөшләтә тура килә | синонимдар һүҙлеге[d] |
Үҙенсәлекте ҡулланыу миҫалы | Asian multilingual thesaurus of geosciences[d] |
Тезаурус Викимилектә |
Шулай уҡ тезаурус төшөнсәһенә оҡшаш — глоссарий бар.
Глоссарий, тезаурус кеүек үк, белемдең ниндәй ҙә булһа өлкәһен үҙ эсенә алған махсус терминдар (аңлатмалары һәм комментарийҙары менән) йыйылмаһы булып тора. .Айырма ошо терминдарҙы ҡулланыуҙан ғибәрәт, шуға күрә глоссарий һәм тезаурус тулы булмаһа ла, синонимдар тип әйтергә мөмкин . Был хаҡта квантитатив тикшеренеүҙәр алып барыусы корпус анализы алымдары менән интернет-ресурстар һөйләй: sinonim.org, kartaslov.ru, synonymizer.ru.