From Wikipedia, the free encyclopedia
Таш йылғалар (ҡоромдар) (рус. курумы) — (боронғо төрки qorum «таш һибелмә, ҡая ватыҡтары, һарыҡташтар» тигәндән килеп сыҡҡан[1]) — был термин физик географияла, геологияла һәм геоморфологияла ҡулланыла; ике мәғәнәһе бар:
Таш йылғалар | |
Таш йылғалар Викимилектә |
Ташйылғалар байтаҡ осраған Белорет районы башҡорттары уны "әҫтәт" тип атай.
Рәсәй Федерацияһында ҡоромдарҙы өйрәнеү әйҙәүсе фәнни үҙәге -М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты.
Азияның күп кенә өлкәләрендә был термин киң ҡулланыла . Донъя географик әҙәбиәтендә һәм картографияла, Ҡараҡором (тау системаһы) атамаһында нығынған (төркисә «ҡара таш, ҡара ҡая»)[2].
Таш һибелмәләрҙе урыҫ телендә фәнни әйләнешкә "ҡором" (курумы)тип Рәсәй геологы Макеров Яков Антонович «Нагорные террасы Сибири и их происхождение» (1913)тигән монографияһында индергән [3]. Термин башҡа бер нисә телдә лә нығынған. Әммә рәсәй фәнни әҙәбиәтендә башҡа терминдар ҙа осрай: «курум» — «каменистая осыпь», «каменная россыпь», «каменный шлейф», «обломочные накопления», «глыбовая россыпь», «курумовое поле», «каменная река», «каменные моря», «каменный глетчер», «движущийся поток щебня», «курумник», «развалы каменных глыб». Рәсәй тикшеренеүсеһе А. Ф. Глазовский Алтайҙа һәм Саянда «уронник» тигән атама булыуын яҙа[4].
Совет осороноң иң популяр күп сериялы фильмдарының береһе "Вечный зов"тың тәбиғәт күренештәре Башҡортостанда төшөрөлгән. Улар араһында Белорет тауҙарының таш йылғалары ла бар. Был йылға Белорет районының Отнурок ауылынан йыраҡ түгел тау буйында төшөрөлгән[5][6]
курум Викиһүҙлектә | |
Таш йылғалар Викимилектә |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.