From Wikipedia, the free encyclopedia
Татырлауыҡтар, татырлыҡтар, тоҙло тупраҡтар рус. Солончаки — өҫкө горизонттарында тиҙ иреүсән тоҙҙар тупланған тупраҡ төрө, унда галофиттарға ингән солерос, солянка, сведа, петросимония, аджерек, кермек һәм башҡаларҙан бүтән үҫемлек йәшәй алмай. Үҙәк Африкала, Азияла, Австралияла, Төньяҡ Америкала, Рәсәйҙең Каспий буйҙарында, Украинаның Херсон өлкәһендә, Ҡаҙағстанда һәм Урта Азияла осрай.
Татырлауыҡтар | |
Татырлауыҡтар Викимилектә |
Тупраҡтың морфологик төҙөлөшө түбәндәгесә:
А — гумус горизонты, гумус тупланышы көрән, аҡһыл-көрән йәки һоро төҫтәрҙә сағыла һәм ныҡ айырыла; ҡайһы бер урындарҙа тамырҙары менән ҡалҡып ҡалған сиҙәм киҫәктәре була; горизонттың өҫкө ҡатламында тоҙло ҡабыҡ хасил була йәки сағыу аҡ, аҡһыл, аҡһыл-һоро төҫтә ҡатлам ҡаплап ала.
B(Bg) — гумус горизонты аҫтында йәки тоҙло горизонт аҫтында бер төр ҡатлам йәки ҡатламдар айырылып тора.
G — төрлө кимәлдәге сағылышлы глей горизонты.
Тупраҡ профилендә ваҡ кристалл тупланмалары рәүешендә тоҙ туплана. Улар юлаҡ, төрткө, сағыу кеүек төпкөл аҡ, һоро төҫтәге һәм ялтырап торған оялар кеүек була. Тупраҡ профиленең төрлө тәрәнлегендә ҡыҙғылт күк, көрән таптар күҙәтелә.
1977 йылғы СССР тупраҡ классификацияһына ярашлы тоҙло тупраҡ ике төргә бүленә: автоморф һәм гидроморф. Автоморф төр ер аҫтынан сығып ятҡан ҡатламдарҙан тора. Ул ятҡылыҡтарҙың тәрәнлеге — 10 м.
Гидроморф тоҙлоҡтар, киреһенсә, грунт һыуҙары ныҡ күтәрелгәндә (3—1 м) барлыҡҡа килә.
2004 йылғы Рәсәй тупраҡ классификацияһында тоҙло батҡаҡтар түбәндәге төрҙәргә бүленә:
Шулай уҡ икенсел типтар ҙа бар, уларҙы тупраҡ тибы буйынса атайҙар: ҡара тупраҡтағы тоҙлоҡ, натрийлы тупраҡтағы тоҙлоҡ.
Ҡалып:Тәбиғәт зоналары
Ҡалып:Тупраҡ типтары
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.