Таралған йондоҙҙар тупланмаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Таралған йондоҙҙар тупланмаһы (рус. Рассеянное звёздное скопление; ингл. open cluster) — бер гигант молекуляр болоттан барлыҡҡа килгән һәм яҡынса бер үк йәшкә эйә булған йондоҙҙар төркөмө (һаны буйынса бер нисә меңгә тиклем). Беҙҙең Галактикала 1100-ҙән ашыу таралған тупланма асылған, ләкин уларҙың һаны күпкә күберәк тип фаразлана. Бындай тупланмаларҙағы йондоҙҙар бер-береһенә сағыштырмаса көсһөҙ гравитацион көстәр менән бәйләнгән, шуға күрә галактика үҙәге тирәләй әйләнгән һайын, тупланмалар башҡа тупланмаларға йәки газ болоттарына яҡын үтеп юҡҡа сығырға мөмкин, был осраҡта уларҙы барлыҡҡа килтереүсе йондоҙҙар галактиканың ғәҙәти популяцияһының өлөшө булып китә; Айырым йондоҙҙар шулай уҡ тупланма эсендә ҡатмарлы гравитацион үҙ-ара тәьҫир итешеү юлы менән сығарылырға мөмкин. Типик тупланмалар йәше — бер нисә йөҙ миллион йыл. Таралған йондоҙҙар тупланмалары тик спираль һәм регуляр булмаған галактикаларҙа ғына осрай, унда йондоҙҙар барлыҡҡа килеүҙең әүҙем процестары бара.[1]
Йәш тупланмалар барлыҡҡа килгән молекуляр болот эсендә булырға һәм уны «яҡтыртырға» мөмкин, һөҙөмтәлә ионлаштырылған водород өлкәһе барлыҡҡа килә.
Ваҡыт үтеү менән нурланыш баҫымы болотто тарҡата. Ҡағиҙә булараҡ, газ болото массаһының 10 проценты ғына йондоҙҙар барлыҡҡа килтерергә өлгөрә, ә ҡалған газ яҡтылыҡ баҫымы менән таратыла.
Таралған йондоҙҙар тупланмаһы йондоҙ эволюцияһын өйрәнеүҙең төп объекттары булып тора. Тупланма ағзаларының йәше һәм химик составы бер төрлө булғанлыҡтан, уның тәьҫирен билдәләү айырым йондоҙҙарға ҡарағанда еңелерәк. Ҡайһы бер таралған тупланмалар, мәҫәлән, Өлкәр (Плеяда), Гиада, йәки Альфа-Персей тупланмаһы ябай күҙгә лә күренә. Ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Персейҙың Икеләтә тупланмаһы, күҙгә инструментһыҙ аҙ ғына һиҙелерлек, мәҫәлән, Ҡырағай өйрәктәр тупланмаһын (M 11 биноклдәр йәки телескоптар менән генә күрергә мөмкин.[2]