Танзимат
Ғосман империяһындағы реформалар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Танзимат (ғосман. تنظيمات — «тәртипкә һалыу», «йыйынтыҡ») — Ғосман империяһында 1839—1876 йылдарҙа, беренсе ғосман конституцияһы ҡабул ителгән осорҙа, йәмғиәтте яңыртыу реформаларының атамаһы.[1] Реформаларҙың төп принциптары 1839 йылдың 3 ноябрендә солтан Абдулмәжит тарафынан тәхеткә ултырғанда сығарылған Гөлхана хатт-и-шәрифендә бирелә. Әүәлге реформаларҙан айырмалы, Танзиматта төп урынды хәрби түгел, ә социаль-иҡтисади үҙгрәтеп ҡороуҙар биләй. Инициатива Мостафа Рәшит паша етәкселегендәге зыялы бюрократиянан сыға, һәм Мостафа Рәшит паша Гөлхана хатт-и шәрифенең авторы ла була. Бер нисә йыл рәттән ул Англияла һәм Францияла илсе булған була, унан һуң сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселеге аҫтында, илдең тормошон Көнбайыш илдәрендәге тормош нормаларына яраҡлаштырыу маҡсатында, үҙәк власты нығытырға, Балҡандағы милли азатыҡ хәрәкәтенә юл ҡуймаҫҡа һәм Портаның Европа державаларына бойондороҡлолоғон кәметергә тейешле яңы реформалар планы эшләнә.[2]