![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d8/Ukposter.jpg/640px-Ukposter.jpg&w=640&q=50)
Тамырлаштырыу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тамырлаштырыу — Совет власы тарафынан 1920-се йылдарҙа һәм 1930-се йылдар башында СССР-ҙың милли республикалары халҡы һәм үҙәк власы араһындағы милли мәсьәләләр буйынса ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү буйынса совет власының сәйәси һәм мәҙәни кампанияһы. Тамырлаштырыу милли аҙсылыҡ вәкилдәрен етәксе вазифаларға әҙерләүҙә һәм үрләтеүҙә, милли-территориаль автономияларын булдырыуҙа, милли аҙсылыҡ телдәрен эш башҡарыуға (делопроизводство), мәғариф өлкәһенә индереүҙә, урындағы телдәрҙә киң матбуғат сараларын дәртләндереүҙә кәүҙәләндерелә. 1930-сы йылдар аҙағында (1932—1933 йылдарҙа өлөшләтә) тамырлаштырыу бөтөрөлә, күп кенә уның әүҙем ҡатнашыусылары репрессиялана. Тамырлаштырыу урынына бөтә ерҙә лә милләт-ара теле булараҡ урыҫ теле алмашҡа килә. Шуға ҡарамаҫтан, тамырлаштырыу СССР-ҙың милли аҙсылыҡ вәкилдәренән байтаҡ белемле кадрҙар ҡатламын барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ урыҫ булмаған телдәрҙә белем биргән уҡыу учреждениелары селтәре барлыҡҡа килә.