![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d4/Pirosmani_kutezh.jpg/640px-Pirosmani_kutezh.jpg&w=640&q=50)
Тамада
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тамада (груз. თამადა, перс. dāmād «кейәү, буласаҡ кейәү» «зять, жених», икенсе версия буйынса адыг. тхьаматэ «лидер, начальник») — мәжлес, киң күләмле сараны ойоштороусы, тар мәғәнәлә — туй тантанаһын алып барыусы (аяҡсы, көрәгәсе).
Тамада | |
![]() | |
Өлөшләтә тура килә | toastmaster[d] һәм хозяин[d] |
---|---|
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/83/Pirosmani._Family_party.jpg/640px-Pirosmani._Family_party.jpg)
Тамаданы, ҡағиҙә булараҡ, сараны ойоштороусылар йәки ҡатнашыусылар һайлай. Тамаданың бурыстарына телмәрҙәр һәм тостар тәртибен билдәләү, артистарҙың сығыштарын ойоштороу һәм контролдә тотоу инә. Тамада спиртлы эсемлектәрҙе үҙе ҡулланмай йәки ҡунаҡтарға ҡарағанда күпкә әҙерәк ҡуллана. Күп илдәрҙә бындай йолалар булған.
Советтар Союзынан һуңғы осорҙа тамада (аяҡсы) традицияһы Советтар Союзының бөтә республикаларына тарала.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/4/4b/Tbilisi3242.jpg/640px-Tbilisi3242.jpg)
Тбилисиҙа Шардени урамынан Сиони урамына сығыу урынында бронзанан тамада фигураһы — б. э. т. VII быуатта уҡ эшләнгән һындың ҙурайтылған күсермәһе. Уны археологтар Көнбайыш Грузияла ҡаҙыныуҙар ваҡытында таба[1][2].