С. П. Королёв исемендәге Житомир хәрби институты
From Wikipedia, the free encyclopedia
С. П. Королёв исемендәге Житомир хәрби институты (укр. Житомирський військовий інститут імені С. П. Корольова) — Украинаның дәүләт хәрби уҡыу йорто юғары белем биреү учреждениеһы, Житомир ҡалаһында урынлашҡан.
С. П. Королёв исемендәге Житомир хәрби институты | |
Исеме |
укр. Житомирський військовий інститут імені С. П. Корольова |
---|---|
Элекке исеме |
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының зенит артиллерияһы команда составының белемен камиллаштырыу курстары (КУКС) 1924-1927, Севастополь зенит артиллерияһы училищеһы 1937-1946,
Ҡыҙыл Байраҡлы Житомир зенит-артиллерия училищеһы 1947 -1968, |
Асылған йылы |
1914, 1918 |
Тип |
Государственный |
ректор |
Левченко Александр Витальевич |
Урынлашыуы |
: Севастополь 1924-1941, Өфө 1941-1945, Житомир 1946-1991 Украина: Житомир 1991-хәҙерге ваҡытҡа тиклем |
1947—1996 йылдарҙа формированиеның тулы ғәмәлдәге атамаһы — Октябрь Революцияһы орденлы Житомир Ленин комсомолы исемендәге һауаға ҡаршы оборонаның юғары радиоэлектроника училищеһы.
Институт радиотехника, системалар инженерияһы, мәғлүмәт һәм кибернетик хәүефһеҙлек өлкәһендә хәрби һәм граждан белгестәрен әҙерләй; институттың ҙур ғилми мәктәбе бар, хәрби тәғәйенләнештәге роботлаштырылған системаларҙы тикшерә һәм эшләй.