Сөләймәнов — ир-ат фамилияһы. Сөләймән исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Сөләймәнова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
- Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы (1924 т.), Дан ордендарының тулы кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы (1912—1989), башҡорт актёры, йырсы, ҡурайсы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), БАССР-ҙың халыҡ (1963) һәм атҡаҙанған (1953) артисы.
- Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (1968), рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Башҡортостандың Рәссамдар союзы идараһының рәйес урынбаҫары.
- Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы (1943—2021), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- Сөләймәнов Риф Сафа улы (1936 т.), музыка белгесе‑фольклорсы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006).
- Сөләймәнов Руслан Мөхәмәтхәнәф улы (1966 т.) — Совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе, аҙаҡтан тренер.
- Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы (1965 т.), ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002).
- Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы (1924—1997) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Сөләймәнов Фәтҡелҡадир Мостафа улы, Абдулҡадир Инан (1889—1976) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, яҙыусы, төркиәтсе.
- Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы (1980 т.) — боксёр, бар донъяға танылыу алған башҡорт спортсыһы.
- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (1920—1994) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улы (6.09.1954), журналист, яҙыусы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010).
- Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15.03.1939—21.11.2016), ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының мөһбир ағзаһы (академик, 1995).
- Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы (12.04.1925—17.11.2002), уҡытыусы-музыкант, һәүәҫкәр скрипкасы, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).