![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/ee/%25D0%25A1%25D0%25B0%25D1%2585%25D0%25B0%25D1%2583%25D1%2582%25D0%25B4%25D0%25B8%25D0%25BD%25D0%25BE%25D0%25B2_%25D0%2592%25D0%25B5%25D0%25BD%25D0%25B5%25D1%2580_%25D0%2593%25D0%25B0%25D0%25B7%25D0%25B8%25D0%25B7%25D0%25BE%25D0%25B2%25D0%25B8%25D1%2587.jpg/640px-%25D0%25A1%25D0%25B0%25D1%2585%25D0%25B0%25D1%2583%25D1%2582%25D0%25B4%25D0%25B8%25D0%25BD%25D0%25BE%25D0%25B2_%25D0%2592%25D0%25B5%25D0%25BD%25D0%25B5%25D1%2580_%25D0%2593%25D0%25B0%25D0%25B7%25D0%25B8%25D0%25B7%25D0%25BE%25D0%25B2%25D0%25B8%25D1%2587.jpg&w=640&q=50)
Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы (1 ғинуар 1939 йыл — 6 ғинуар 2019 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1997), медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Почёт (1998), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) |
Тыуған урыны | Кинйәбай ауылы, Керәүле-Илюшкин ауыл Советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 ғинуар 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |