Сәма
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәма (ғәр. سماع — ишетеү; шулай уҡ Сема́; рус. сама) — суфый термины — зекер башҡарыуҙың бер төрө. Үҙ эсенә йырҙы, музыка ҡоралдарында уйнауҙы, бейеүҙе, шиғыр һәм доға уҡыуҙы, символик мәғәнәгә эйә кейемдәр кейеүҙе һ. б. ала. Суфыйлыҡта ғибәҙәт ҡылыу формаһы булараҡ айырыуса Һиндостан субконтиненты Чишти тәриҡәтендә киң таралған.
2005 йылда ЮНЕСКО сәманы ауыҙ-тел һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип иғлан иткән[1] .