From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәлмән әл-Фарси (ғәр. بلال بن رباح الحبشي; рус. Салман аль-Фариси;568, Казерун[d], Парс[d], Сәсәниҙәр дәүләте — 657[1], Ктесифон[d]) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең билдәле сәхәбәләренең береһе. Мөхәммәт пәйғәмбәр уны бик хөрмәтләгән, хатта үҙенең ғаиләһе (әл-бәйт) ағзаһы итеп иғлан иткән.
Сәлмән әл-Фарси | |
ғәр. سَلْمَان اَلْفَارِسِيّ | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Сәсәниҙәр дәүләте Хаҡ хәлифәт |
Тыуған көнө | 568 |
Тыуған урыны | Казерун[d], Парс[d], Сәсәниҙәр дәүләте |
Вафат булған көнө | 657[1] |
Вафат булған урыны | Ктесифон[d], Асуристан[d] |
Ерләнгән урыны | Мечеть Салмана аль-Фариси[d] |
Туған тел | Урта фарсы теле |
Һөнәр төрө | дин өндәүсе, полководец, тәржемәсе, яҙыусы |
Уҡыусылар | Әнәс ибн Мәлик |
Һуғыш/алыш | Ур һуғышы һәм Битва при Хайбаре[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Сәлмән әл-Фарси Викимилектә |
Сәлмән Иранда Исфаһандан йыраҡ түгел ауылда тыуа. Атаһы зороастризм инанысында була. Бер мәл Сәлмән христиандар менән осраша, һәм улар динен һәйбәтерәк тип таба. Атаһына һөйләгәс, тегеһе уны бығаулап ҡуя, ләкин Сәлмән христиандар менән йәшерен рәүештә бәйләнеш тота. Сүриәгә христиандар каруаны барғанын белгәс, улар менән ҡасып китә. Унда монахтарға хеҙмәт итә. Һуңғы уға остаҙының үлеменән һуң Ғәрәбстанға һуңғы пәйғәмбәр киләсәген һәм уның ҡайһы бер билдәләрен әйтәләр. Сәлмән Мосулға, һуңынан Нусайбин һәм Аммурияға монахтарға хеҙмәт итергә китә[2].
Шунан һуң Сәлмән әл-Фарси ғәрәптәрҙең каруанына эйәреп, Хижәзгә йүнәлә. Каруансылар Сәлмән малы иҫәбенә уны Ғәрәбстанға алып барырға ризалашалар, ләкин һүҙҙәрендә тормай, уны Вади әл-Ҡурралағы йәһүдигә һаталар. Уныһы Сәлмәнде Мәҙинәләге бәнү ҡурайза йәһүденә һата[2].
Һижрәттән һуң, Сәлмән Мөхәммәттә христиан монахы һүрәтләгән билдәләрҙе күреп, ислам ҡабул итә. Һижри 5 йылға тиклем (аҡса түләп һатып алынғансы) Сәлмән ҡол була, шуға күрә Ур һуғышына тиклем һуғыштарҙа ҡатнаша алмай. Ур һуғышында мосолмандарға 10 меңлек мөшриктәр ғәскәренә ҡаршы торорға тура килә. Мәҙинәлә һаҡланыу сараларын күрәләр, ләкин ҡала нығытылмаған булыу сәбәпле, уны яҡлау бик ауыр була. Әлеге хәлдән сығыу юлын Сәлмән күрһәтә: ҡала тирәһен аттар сыға алмаҫлыҡ соҡор (ур) менән әйләндереп алырға тәҡдим итә. Әлеге фекер Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ошай. Ур ҡаҙып сығыу арҡаһында мөшриктәрҙең ғәскәре ҡаланы яулай алмай.
Сәлмән әл-Фарси гел Пәйғәмбәр янында була, ә уның үлеменән һуң, Әбү Бәкер хәлифәлеге ваҡытында Мәҙинәлә ҡала. Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә булғас, Сәлмән Иранға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Ул Сәғд ибн Әби Үәҡҡас етәкселегендәге ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Сәлмән үҙенең милләттәштәре исламға күсһен өсөн күп тырыша. Ирандың баш ҡалаһы Мәдәинде (Ктесифон) алған ваҡытта, ул шаһтың һарай һаҡсыларын бирелергә күндерә.
Сәғд ибн Әби Вәҡҡас әлеге ҡаланы мосолман ғәскәрҙәренең штабы итергә уйлай, ләкин Ғүмәр ибн әл-Хәттаб уңайлыраҡ район һайларға бойороҡ бирә, һәм Сәлмән менән Хүҙәйфә Мәдәиндән көньяҡтараҡ Ефрат ярында Әл-Күфә ҡалаһына нигеҙ һалалар.
Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Сәлмәнде Мәдәин ҡалаһы башлығы итеп билдәләй. Ул шунда һижри 36 йылда 80 йәшендә вафат була (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа башҡа даталар күрһәтелә).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.