![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/56/Saddam_Hussein_1979.jpg/640px-Saddam_Hussein_1979.jpg&w=640&q=50)
Сәддам Хөсәйен
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәдда́м Хөсәйен Әбд әл-Мәжи́т әт-Тикри́ти (ғәр. صدام حسين عبد المجيد التكريتي; 28 апрель 1937 йыл[1] — 30 декабрь 2006 йыл) — Ираҡтың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты, 1979—1991 һәм 1994—2003 йылдарҙа Ираҡтың премьер-министры, Ираҡтың Баас партияһы бүлексәһенең генераль секретары, Ираҡ революцион командование советы рәйесе. Маршал (1979).
Сәддам Хөсәйен | |||||
ғәр. صدام حسين عبد المجيد التكريتي | |||||
![]() | |||||
| |||||
---|---|---|---|---|---|
16 июль 1979 йыл — 9 апрель 2003 йыл | |||||
Алдан килеүсе: | Әхмәт Хәсән әл-Бәкер | ||||
Дауамсы: | Бремер Пол (коалицион совет рәйесе) Талабани Жәләл | ||||
| |||||
16 июль 1979 йыл — 9 апрель 2003 йыл | |||||
Алдан килеүсе: | Әхмәт Хәсән әл-Бәкер | ||||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлгән | ||||
| |||||
16 июль 1979 йыл — 23 март 1991 йыл | |||||
Алдан килеүсе: | Әхмәт Хәсән әл-Бәкер | ||||
Дауамсы: | Саадун Хаммади | ||||
30 май 1994 йыл — 17 апрель 2003 йыл | |||||
Алдан килеүсе: | Әхмәт Хөсәйен Хүдәйр әс-Самарраи | ||||
Дауамсы: | Ибраһим әл-Жәфәри | ||||
| |||||
ғинуар 1992 йыл — 30 декабрь 2006 йыл | |||||
Алдан килеүсе: | Мишель Әфләҡ | ||||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлгән | ||||
| |||||
16 июль 1979 йыл — 30 декабрь 2006 йыл | |||||
Алдан килеүсе: | Әхмәт Хәсән әл-Бәкер | ||||
Дауамсы: | Иззәт Ибраһим әд-Дүри | ||||
| |||||
февраль 1964 йыл — октябрь 1966 йыл | |||||
Алдан килеүсе: | Әхмәт Хәсән әл-Бәкер | ||||
Дауамсы: | Әхмәт Хәсән әл-Бәкер | ||||
Дине: | Ислам сөнни йүнәлеше | ||||
Тыуған: | 28 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) Әл-Аужа ауылы, Сәләхетдин провинцияһы, Ираҡ Короллеге | ||||
Үлгән: | 30 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш) район Каджимайн районы, Бағдад, Ираҡ | ||||
Ерләнгән: | Әл-Аужа | ||||
Атаһы: | Хөсәйен әт-Тикрити | ||||
Әсәһе: | Сәбхә Түлфәх | ||||
Ҡатыны: | 1) Сажидә Түлфәх 2) Самира Шаһбандар 3) Нидәл әл-Хәмдәни 4) Иман Һөүәйш | ||||
Балалары: | улдары: Үдәй Хөсәйен, Күсәй Хөсәйен һәм Али ҡыҙҙары: Рәғәд Сәддам Хөсәйен, Рана һәм Һалә | ||||
Партия: | Баас (1957—2006) | ||||
Белеме: | 1) Ҡаһирә университеты 2) «Мунтасирия» университеты | ||||
Профессияһы: | Юрист | ||||
Хәрби хеҙмәт | |||||
Принадлежность: | ![]() | ||||
Ғәскәр төрө: | Вооружённые силы Ирака[d] һәм Республиканская гвардия[d] | ||||
Звание: | ![]() | ||||
Командир булған: | Ираҡ ҡораллы көстәре юғары баш командующийы | ||||
Бәрелештәр: | Иран-ираҡ һуғышы Кувейтҡа баҫып инеү Фарсы ҡултығындағы һуғыш Ираҡ һуғышы | ||||
Автограф: | ![]() | ||||
Наградалары: |
| ||||
Сәддам бер нисә йыл рәттән Ираҡтың лидеры булһа ла, формаль рәүештә 1979 йылда ғына президент итеп һайлана. Бөтә сәйәси ҡаршы яҡтарҙы ла юҡҡа сығарып бөткәс һәм диктаторлыҡ вәкәләтен алғандан һуң бер йыл үткәс, Иран менән 8 йылға һуҙылған бөлдөргөс һуғыш башлай. Был ҡыйралыш 1980 йылдан 1988 йылға тиклем дауам итә.
Һуғыш ваҡытында Сәддам Хөсәйен Ираҡ курдтарына ҡаршы «Анфаль» операцияһын ойоштороу ҡарары сығара. Уның барышында Ираҡ ғәскәрҙәре химик ҡорал ҡуллана. Бер үк ваҡытта һуғышҡа ҡаршы торусыларға, башлыса Шиғый ойошмаһына ҡарата репрессиялар үткәрелә. Һуғышта бик күп кеше һәләк була, ҙур юғалтыуҙар килтерелә. Ике илдең иҡтисад тармағы, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнгә тәгәрәй. Бынан тыш, сит ил кредиторҙарына түләнмәгән бурысы йыйылыуы арҡаһында, Ираҡ ҡаты иҡтисади көрсөктә тороп ҡала. Һуғыштан һуң ике йыл үткәс, 1990 йылда Сәддам Хөсәйен инициативаһы менән Ираҡтың Кувейтҡа баҫып инеүе ойошторола. Был Кувейтты азат итеү өсөн халыҡ-ара операцияның башланыуына сәбәпсе була. Фарсы ҡултығындағы һуғыш тип аталған операция барышында ираҡ ғәскәрҙәре башта Кувейттан ҡыуып сығарыла һәм һуңынан Ираҡ территорияһында тулыһынса тар-мар ителә. Ил ҙур иҡтисади юғалтыуҙар кисерә, бик күп халҡын юғалта. Ираҡтың һуғышта еңелеүе арҡаһында 1991 йылда шиғыйҙарҙың һәм курдтарҙың ҡораллы ихтилалы (uprisings in Iraq) башлана. Хөкүмәт ихтилалды баҫтырғанда, 100 000 кеше һәләк була[2]. Ираҡ бер нисә курд төбәгенә, башлыса һауа киңлеге өлөшөнә контроль юғалта. Шулай ҙа төп зыян Ираҡҡа ҡарата иҡтисади санкцияларҙан килә. 90-сы йылдарҙа бары тик энергетика ресурстары һатыуҙан ғына булдырылған ил иҡтисады тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Ошонан һуң Ираҡ иҡтисады аяҡҡа баҫа алмай.
2003 йылдың апрелендә АҠШ етәкселеге аҫтында Ираҡтағы халыҡ-ара коалиция көстәре Ираҡҡа баҫып инә һәм Сәддам режимын бәреп төшөрә. Ираҡ президентының Халыҡ-ара терроризмды яҡлауы һәм күпләп юҡ итеү ҡоралы сығарыуы интервенция нигеҙе булып тора[3]. Сәддам үҙе Америка ғәскәрҙәре тарафынан ҡулға алына һәм 2006 йылдың 30 декабрендә Ираҡ Юғары суды хөкүме менән язалана.
Сәддам — ғәрәп исеме, ҡаршы тороусы тигән мәғәнәне аңлата. Хөсәйен— уның атаһының исеме, Әбд әл-Мәжит — олатаһының исеме, ә әт-Тикрити— нисбәһе, Сәддам тыуып үҫкән Тикрит ҡалаһы атамаһынан алынған[4].