Суха́рто (индонезия телендәге әйтелеше (мәғл.)), 1991 йылдан шулай уҡ Мөхәммәт Сухарто хажи булараҡ та билдәле (индон. Haji Muhammad Soeharto, Haji Muhammad Suharto, яв. Haji Muhammad Soeharto; 8 июнь 1921 йыл, Кемусук — 27 ғинуар 2008 йыл, Джакарта) — Индонезияның хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал-лейтенант (1966); 1997 йылда уға махсус булдырылған «Бөйөк генерал» (рус. «Большой генерал»; индон. Jenderal Besar). Индонезияның икенсе президенты — 1966 йылда илдең ул саҡтағы президенты Сукарно указына ярашлы уның исеменән эш итеү хоҡуғы ала, Сукарно отставкаға киткәндән һуң, 1967 йылдан 1968 йылғаса президент вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы була, президент вазифаһын рәсми нигеҙҙә 1968 йылдан 1998 йылғаса биләй. Шулай уҡ Кабинет Президиумы рәйесе (1966—1967; президент Сукарно бары тик номиналь нигеҙҙә генә хөкүмәт башлығы булып торғанлыҡтан, ғәмәлдә хөкүмәткә тулыһынса Сухарто етәкслек итә), оборона министры (1966—1971), Индонезияның Милли армияһы (Ҡораллы көстәренең) баш командующийы (1968—1973), Индонезияның Ҡоро ер ғәскәрҙәре штабы начальнигы (1965—1967) вазифаларын башҡара. 1974 йылдан 1998 йылға тиклем — илдең сәйәси партияһы «Голкар» блогы рәйесе. 1992 йылдан 1995 йылғаса — Ҡушылмаусанлыҡ хәрәкәтенең генераль секретары.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Сухарто |
индон. Haji Muhammad Soeharto яв. Haji Muhammad Soeharto |
|
|
Зат |
ир-ат |
Гражданлыҡ |
Индонезия
Голландия Ост-Һиндостаны |
Тыуған көнө |
8 июнь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3][…] |
Тыуған урыны |
Кемусуҡ[d], Argomulyo[d], Sedayu[d], Bantul[d], Джокьякарта[d], Индонезия Bantul[d], Джокьякарта[d], Индонезия Джокьякарта[d], Индонезия |
Вафат булған көнө |
27 ғинуар 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[4][1][3][…] (86 йәш) |
Вафат булған урыны |
Джакарта, Индонезия |
Үлем төрө |
тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе |
бөйөр етешмәүсәнлеге[d] |
Ерләнгән урыны |
Астана Гирибангун[d] |
Атаһы |
Kertosudiro[d] |
Әсәһе |
Sukirah[d] |
Хәләл ефете |
Сити Хартина[d] |
Балалары |
Сити Хардьянти Рукмана[d], Сигит Харьоюданто[d], Бамбанг Трихатмоджо[d], Сити Хедиати Харияди[d], Томми Сухарто[d] һәм Сити Хутами Энданг Адинингиш[d] |
Һөнәр төрө |
сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр |
Биләгән вазифаһы |
генеральный секретарь Движения неприсоединения[d], президент Индонезии[d], министр обороны Индонезии[d][5], министр обороны Индонезии[d][5], министр обороны Индонезии[d][5] һәм министр обороны Индонезии[d][5] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы |
Голкар[d] |
Ҡатнашыусы |
inauguration the Nikko Hotel Bali[d][6] |
Хәрби звание |
великий генерал[d] |
Һуғыш/алыш |
Индонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш |
Ғәскәр төрө |
Сухопутные войска Индонезии[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
|
Бейеклеге/буйы |
167 сантиметр[7] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы |
Suharto |
Сухарто Викимилектә |
Ябырға