Сусҡалар (лат. Suidae) — 8 төрҙө үҙ эсенә алған ҡуш тояҡлы көйшәмәүселәр (Artiodactyla) ғаиләһе, шул иҫәптән сусҡаларҙың ата-бабаһы ҡабан ошо ғаиләгә ҡарай.

Ентеклерәк мәғлүмәт ?Сусҡалар, Фәнни классификация ...
?
Сусҡалар
Thumb
Ҡабан (Sus scrofa) вәкиле
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Имеҙеүселәр
Инфракласс: Плаценталылар
Отряд: Ҡуш тояҡлылар
Подотряд: Көйшәмәүселәр
Ғаилә: Сусҡалар
Латинса исеме
Suidae Gray, 1821
Төр
  • Бабирус (Babyrousa)
  • Урман сусҡалары (Hylochoerus)
  • Кәрлә сусҡа (Phacochoerus)
  • Ҡабан (Sus)
  • Суҡ ҡолаҡлы сусҡа (Potamochoerus)
  • Микростоникс (Microstonyx)
  • Metridiochoerus
Ябырға

Ҡылыҡһырлама

Сусҡа 1030—175 см оҙонлоҡта була. Кәүҙәһәнең алғы өлөшө өҫҡә күтәрелеберәк тора һәм 100 см бейеклеккә етә. Уртаса ауырлығы 60—150 кг була, 300 кг еткәнделе лә осорай. Ҡалын тиреһе ҡуйы шырт менән ҡапланған. Ҡаҙыҡ тештәре ауыҙынан ситкә сығып тора. Морононда кимерсәкле морон осо бар. Ашҡаҙаны ябай төҙөөшлө. Байтаҡ ҡына тире аҫты майы бар. Мөгөҙҙәре юҡ. Ата сусҡаның аҫҡы яңағындағы ҡаҙыҡ тешетәре бөгөлгән һәм 10 см оҙонлоҡҡа етә.

Үрсеү

Инә сусҡанан яҙын 4—5, ҡайһы берҙә 10—12 сусҡа балаһы тыуа. Инә сусҡа улырҙы 2—3 ай имеҙеп үҫтерә. Инә заттар — 8—10 айҙа, ата заттар 2 йәштә енси яҡтан өлгөрә.

Йәшәү ареалы

Тәбиғи ареалы Европала һәм Азияла киң таралған. Йортлаштырыу нәтижәһендә Антарктиданан башҡа бөтә континеттарға таралған һәм бөтә ерҙә лә ҡарағый популяциялары бар.

Әҙәбиәт

  • Биологический энциклопедический словарь / Гиляров М. С., Баев А. А., Винберг Г. Г., Заварзин Г. А. и др. — М.: Советская энциклопедия, 1986. С. 562.

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.