Старочеркасская станицаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Старочеркасская (Старочеркасск, 1805 йылға тиклем — Черкасск) — Ростов өлкәһе Аҡсай районындағы станица. Дон йылғаһының уң яҡ ярында, Дондағы Ростовтан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Старочеркасский ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Станица | |
Старочеркасская | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район |
Аҡсай районы |
Ауыл биләмәһе |
Старочеркасск ауыл биләмәһе |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1593 |
Элекке исеме |
1805 йылға тиклем — Черкасск |
Халҡы | |
Этнохороним |
Старочеркастар, Старочеркаслы, Старочеркаслы, местн: Черкастар, Черкаслы, Черкаслы |
Телефон коды |
+7 86350 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Дон казактары баш ҡалаһы, генерал Матвей Платовтың һәм башҡа дон геройҙарының тыуған ере булараҡ билдәле. Станица үҙәгендә Старочеркасск музей-ҡурсаулығы урынлашҡан, уның биләгән майҙаны — 180 га. Йыл һайын бында казак мәҙәниәте фестивале үткәрелә.
Дондағы Черкасск ҡаласығы 1593 йылдағы тарихи акттарҙа телгә алына[2]. В. Н. Татищевтың «История России с самых древнейших времен» һәм Н. А. Маркевичтың «История Малороссии» китаптарында фаразлау буйынса"град Черкасский" ауылына батша Иван Грозный ваҡытында казак-черкестар тарафынан нигеҙ һалына. Был Черкасск старостаһы кенәз М. А. Вишневецкийҙың төрөктәр ҡамауҙа тотҡан Әстерханға ярҙамға килгән экспедиияһы ваҡытында 1569 йылда булған[3][4]. Н. М. Карамзин был хәл Иван Грозныйҙың атаһы батша булған саҡта ғәмәлғә ингән тип иҫәпләй.
1637 йылда Старочеркасскиҙән Азов походтары башлана, ул саҡта төрөк ҡәлғәһе Аҙауҙы казактар яулап ала һәм дүрт йыл һаҡлап тота.[5] Уларға үс итеп, төрөктәр1643 йылда Черкасскиҙы тулыһынса яндыра, ләкин ҡаласыҡ бер йыл үтеүгә тергеҙелә һәм нығытыла. 1643 йылда Черкасск ҡалаһына казактарҙың баш станы күсеп килә, был ҡаласыҡты дон казактарының баш ҡалаһына әйләндерә. 1650 йылда Азов кампанияһының нәҙере буйынса беренсе ағас ғәскәр ғибәҙәтханаһы төҙөлә. Собор эргәһендәге майҙанда ғәскәр түңәрәктәре үткәрелә.
1667 йылда тап Черкасскиҙә Зимовейская станицаһы казағы Степан Разиндың ихтилалы башлана, ә 1708 йылда үҙенең йорт ихатаһында икенсе ихтилалдың башлығы Кондратий Булавин үлтерелә.
Старочеркасская станицаһы Дон ғәскәре өлкәһенең Черкасск округына ҡарай һәм 1918 йылда үҙ эсенә түбәндәге утарҙарҙы ала:
|
|
|
|
|
|
|
(«Дон ғәскәре өлк иҫтәлекле китаптары» мәғлүмәттәре буйынса, 1868—1916 йылдар[6])
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.