Стариков Алексей Маркович (30 март 1909 йыл, Барнаул — 14 март 1984 йыл, Өфө) — төҙөүсе, дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1946—1970 йылдарҙа — Өфөләге «Башнефтезаводстрой» тресының идарасыһы. Башҡорт АССР-ының дүртенсе (1955—1959) һәм етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Стариков Алексей Маркович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 30 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Барнаул, Барнаульский уезд[d], Томск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе
Ябырға

1921—1945 йылдарҙа — Ҡаҙағстанда.

Уның етәкселегендә Башҡортостанда Өфө һәм Ишембай нефть эшкәртеү, Өфө химик һәм Өфө электр лампалары заводтарында цехтар һәм ҡоролмалар төҙөлә. «Ишембайнефть» һәм «Аксаковнефть» нефть промыслаһы идаралығы, торлаҡ йорттар төҙөкләндерелә.

Өфө быяла-сүс заводы, Шаҡша ҡасабаһында кирбес заводы (хәҙер Өфө биҫтәһе), «Башжелезобетон» берекмәһенең индустриаль комплексы, Ҡарламан шәкәр заводы, Ҡыйғы ҡош комбинаты, Иглин май заводы, ауыл ерендә объекттар, балалар йорто, институт корпустары, мәҙәниәт һарайҙары, һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлә.

Биографияһы

1921 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Барнаулда һыу ташыусы-батрак булып башлай. 19241925 йылдарҙа — Барнаул ҡала советының коммуналь хужалығында балта оҫтаһы уҡыусыһы. 1925—1929 йылдарҙа — Риддер ҡалаһында төрлө ойошмаларҙа балта оҫтаһы (1926 йылда — Ҡаҙаҡ ССР-ы Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең Риддер ҡалаһында «Полиметалл» комбинатының тау-металлургия төҙөлөш контораһы). 1930 йылда Риддер төҙөлөшө рәйесе урынбаҫары, 19331936 йылдарҙа Риддер төҙөлөшө комитеты рәйесе, 1936—1939 йылдарҙа — Риддер комбинатының торлаҡ төҙөлөшө начальнигы. 19391940 йылдарҙа — Ҡаҙаҡ ССР-ы урман сәнәғәтенең халыҡ комиссары урынбаҫары, 1940—1945 йылдарҙа — «Тонзаготсбыт» тресы идарасыһы, «Казахстаннефтестрой» (Гурьев) тресы идарасыһы . 19451946 йылдарҙа — «Башнефтезавод» 1-се тресының төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы, 1946—1970 йылдарҙа — Өфөләге «Башнефтезаводстрой» тресының идарасыһы. 1970 йылдан — Өфө нефть институтының капиталь төҙөлөш буйынса проректоры.

1931—1933 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Капиталь төҙөлөш буйынса ете йыллыҡ план заданиеларын үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 11 авгусындағы указы менән А. М. Стариковҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Өс Ленин ордены (1948, 1958, 1966), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1957) һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Хәтер

А. М. Стариков иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Өфөнөң Калинин урамындағы 5-се һанлы йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.